Даирә
-9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Август 2020, 10:51

Яҡташыбыҙ хаҡында ниндәй хәбәрҙәр бар?

Ҡырымдың Тәфтиш комитеты Сака ҡалаһында ял иткән 16 йәшлек Башҡортостан ҡыҙының юғалыуы буйынса енәйәт эшен тикшереүҙе дауам итә.

Үҫмерҙең ғәйеп булғаны тураһында 22 августа белдергәйнеләр. Ейәнсәренең ҡунаҡхананан сығып китеп кире әйләнеп ҡайтмауы хаҡында өләсәһе хәбәр иткән.
Ҡырымдың Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әлеге мәлдә ҡыҙҙы йөҙҙән ашыу кеше эҙләргә сыҡҡан: улар яр буйҙарын һәм туристик секторҙы ҡарай. Шулай уҡ ҡыҙҙың икенсе ҡалаларға - Симферополгә, Балаклаваға, Евпаторияға, Коктебелгә сығып китеү мөмкинлеге лә күҙ уңында тотола.
Рәсәй Тәфтиш комитеты органдары криминалистик техника һәм башҡа техник мөмкинлектәр ярҙамында ҡыҙҙың яңы таныштарын өйрәнә, уларҙың курортта булған мәлдәре ентекләп тикшерелә.

Ҡыҙҙың билдәләре: буйы 165 см, уртаса кәүҙәле, асыҡ һоро күҙле. Һул тубығында яра эҙе бар. Өйҙән сыҡҡанда ҡара майка, сәскәле шорты, шипатай кейгән, рюкзак аҫҡан.

Фото: Горобзор.ру
Автор: Аклима Гизатуллина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в