Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Август 2020, 10:56

Үлтерелгән ҡыҙ яланғас булған...

12 йәшлек үҫмерҙәр уйнап, һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡайҙы үлтергән тигән ҡот осҡос хәбәр бөгөн бар республиканы тетрәндерҙе. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә булған был хәл.

Ҡыҙыҡайҙы үлтергән үҫмерҙәрҙең береһе белдереүенсә, улар уйнаған һәм яңылыш йоҡо артерияһын ҡыҫҡан. Был дөрөҫлөккә тура киләме, юҡмы, хоҡуҡ һаҡсылары тикшерә. Әле иһә яңы факттар асыҡланды: табылған бала шыр яланғас булған. Сабыйҙың кәүҙәһендә күгәргән урындар һәм башҡа йәрәхәттәр юҡ. Уның бысраҡ булғанлығы әйтелә. Бала үлгән килеш һыуҙа бер нисә сәғәт ятҡан, тип хәбәр итә "КП-Уфа" баҫмаһы.
Үҫмерҙәр ни өсөн баланы сисендергән һәм нимә эшләргә теләгәндер – асыҡ түгел. Уларҙың береһе ғәйебен таныған. Улар ҡыҙыҡайҙы алдан белгәнме, әллә фажиғә көнөндә саҡ танышҡанмы, шулай уҡ билдәле түгел.
Ҡыҙ бала өйөнә ваҡытында ҡайтмағас, әсәһе ҡайғыра башлай. Ул тыңлаусан бала булған, һәр ваҡыт билдәләнгән ваҡытта ҡайтҡан. Әсәй кеше шунда уҡ полицияға балаһы юғалыуы тураһында ғариза яҙа һәм яҡындары менән үҙе лә уны эҙләргә сыға. Тик күп тә үтмәй, әсәгә балаһының кәүҙәһен танырға тура килә.
Был хәл булған районда криминал хәлдәр йыш осрап тора. Черниковкала, айырыуса ВАЗ районында йәшәгәндәр кис тышҡа сыҡмау хәйерле тигән фекерҙә. Ҡаланың һуңғы урамдары тамамланыу менән тау башлана, ә унда металл гараждар тора. Уның артында теләһә кем йыш йыйыла, ти урындағылар.
Әлеге ваҡытта тикшереү башланған, тәфтиш эштәре алып барыла.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: