Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Август 2020, 16:22

Хәл ителде!

Балалар баҡсалары, мәктәптәр, колледждар, вуздар нисек эшләйәсәк?

Күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуап табылды. Һүҙ яңы уҡыу йылының башланыуы һәм уның нисек ойошторолоуы тураһында. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин нескәлектәр менән таныштырҙы.
Шулай итеп, 1 сентябрҙән бөтә балалар баҡсалары һәм мәктәптәр асыласаҡ.
Башҡортостанда барлығы 1310 белем биреү учреждениеһы эшләй, уларҙа 520176 бала уҡый. 1 сентябрҙә тантаналы линейкалар тик I, IX һәм XI класс уҡыусылары өсөн генә буласаҡ. Быйыл I класҡа 55 мең бала бара. Мәктәптәрҙә? эпидемиологик хәлгә бәйле, талаптар үҙгәрҙе. Улар тураһында алдан хәбәр иткәйнек.
Студенттарға килгәндә, уларҙың күпселеге өсөн уҡыу йылы дистанция тәртибендә башлана. Ғәҙәти форматта тик беренсе һәм һуңғы курс студенттары ғына уҡыясаҡ. Был вуздарға ла, колледж-техникумдарға ла ҡағыла. Башҡа курс студенттары 1 ноябргә тиклем өйҙән уҡыясаҡ. Тик ике уҡыу йорто – Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы менән урта махсус музыка колледжы студенттары ғәҙәти режимда уҡыясаҡ, был уҡыу йорттарының үҙенсәлегенә бәйле. Быйыл колледждарҙа – 93,9 мең, вуздарҙа 97,9 мең студент белем аласаҡ.
Үрҙә әйткәнсә, балалар баҡсалары тулыһынса асыласаҡ. Быға тиклем уларҙа дежур төркөмдәр генә эшләй ине. Бөтәһе төбәктә 1027 балалар баҡсаһы бар, уларға 244950 бала йөрөй. Бында ла санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш.
Мәктәп формаһы темаһына туҡталып, Радий Хәбиров, ата-әсәләрҙең бөтәһен дә көсләп, берҙәм форма алдырмағыҙ, тигән фекер әйтте.
– Кешеләр өсөн мәктәп формаһын алыу ҙур проблема түгел, тик көсләргә кәрәкмәй. Теләмәйҙәр икән, алмаһындар. Әле бер нисә районда берҙәм форма буйынса пилот проект индерелә, ҡарарбыҙ нимә килеп сыҡҡанын, – тине Радий Хәбиров. – Шуныһын әйтәм, был формалар үҙебеҙҙә тегелә, ҡытай әйберҙәре түгел.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: