Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Август 2020, 13:09

Еленаға ни булған?

Күптән түгел Башҡортостанда йәш ҡатындың юғалыуы хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.

36 йәшлек Елена Зайцева Стәрлетамаҡта юғалғайны. 11 августа ул төнөн әхирәтенән ҡайтырға сыҡҡан һәм эҙһеҙ юҡ булған.
Яҡындары уны табыуҙа ярҙам һорап полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итте. Бигерәк тә Еленаның 7 һәм 14 йәшлек балалары ныҡ борсолғаны мәғлүм. Өлкәне иһә әсәйһеҙ тыуған көнөн дә билдәләгәне, әсәһенә бәйле билдәһеҙлек баланың байрамын күңелһеҙ күренешкә әүерелдереүе хаҡында ла хәбәр иткәйнеләр.
Кисә иһә Еленаның апаһы Дарья яҡшы хәбәр еткергән: ҡатын табылған, имен-һау. Әммә уның ике аҙна буйы ҡайҙа, ни эшләп йөрөгәне билдәһеҙ.
Фото: “Комсомольская правда”
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: