Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Август 2020, 12:25

Ул Ҡуштауға килергә йыйына

“Ер тәнендәге яраларҙың балаларыбыҙға беҙҙең хаталарҙы иҫкә төшөрөп тороуын күрәбеҙ..."

Билдәле сәйәхәтсе Федор Конюхов Ҡуштау шиханына сәфәр ҡылырға хыяллана. Был хаҡта ул Instagram битендә яҙған.
“Мин ике тапҡыр Эверест тауына мендем. Әммә бер тапҡыр ҙа боронғо коралл рифына - шиханға күтәрелгәнем булманы. Башҡортостанға дуҫтарым менән килергә һәм Ҡуштауға күтәрелергә планлаштырам. Ҡоштар осҡан бейеклектән республика биләмәһенең матурлығын күрергә теләйем. Үҙем менән ҙур булмаған киндер туҡыма, буяуҙар аласаҡмын һәм этюд яҙасаҡмын”, - тигән Федор Конюхов.
Ул Ҡуштау шиханы тирәләй булған ваҡиғаларҙы белә. Ошондай хәлде үткән быуаттың 60-70-се йылдарында күҙәткәне тураһында ла һөйләгән. Приморье крайында, Находкала 250 миллион йыллыҡ боронғо рифты юҡҡа сығарғандар. Порт төҙөгәндә ике тәбиғәт ҡомартҡыһының береһен - Брат тауын - шартлатҡандар һәм ҡом-ҡырсын карьерына әүерелдергәндәр.
“70-се йылдар аҙағында ҡырсын алыуҙы туҡтаттылар, әммә ғәрипләндерелгән, ҡот осҡос хәлгә төшөрөлгән тау юлдар киҫелешендә өнһөҙ рәүештә беҙҙең нисек уйламай һәм вәхшиҙәрсә тәбиғәткә ҡарата ҡылынған мөнәсәбәтебеҙҙе иҫкә төшөрөп тора. Хәҙер бер ни ҙә ҡылып булмай. Тауҙы яһалма рәүештә үҫтереү мөмкин түгел”, - тип яҙа Конюхов.
“Ер тәнендәге яраларҙың балаларыбыҙға беҙҙең хаталарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп тороуын күрәбеҙ. Ил бит Ҡуштау содаһынан тыш та йәшәгән, артабан да йәшәр”, - тип Федор Конюхов Башҡортостан һәм Рәсәй матурлығы өсөн көрәшкән кешеләргә теләктәшлек белдергән.
Фото: Instagram.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: