Салауат районының район-ара суды өс бала әсәһенең башына еткән Вадим Латиповҡа хөкөм ҡарары сығарҙы.
Республика халҡын шаҡ ҡатырған ваҡиға былтыр октябрҙә була. Уны “Беренсе канал”да ла күрһәттеләр. Силәбе өлкәһендә йәшәгән ҡатын үҙенең өйҙәшенә Салауат районына килә. Унда мәжлес ҡоралар. Вафат булған ҡатындың әсәһе белдереүенсә, уны өс кеше туҡмаған: өйҙәше һәм ике табындаш ҡатын. Алған тән яраларынан һуң ҡатын дүрт ай комала ятып, быйыл ғинуар аҙағында вафат булды. Шулай итеп, уның 6, 9 һәм 11 йәшлек өс балаһы етем ҡалды. Әле уларҙы өләсәләре тәрбиәгә алған.
Суд мәғлүмәттәре буйынса, Вадим Латипов иҫереп алғас, 32 йәшлек А. Ғәләеваға ҡарата шәхсән үсле ҡарашы нигеҙендә ғауға ҡуптара һәм ҡатынды дивандан иҙәнгә ырғытып, типкесләп туҡмай башлай. Тапшырыуҙа ҡатнашҡан ҡатындар белдереүенсә, улар уянғанда ирҙең меҫкенкәйҙең башына ҡушаяҡлап һикергәнен күрә. Ҡатын ауыр тән йәрәхәттәренән аңына килә алмайынса вафат булды.
Вадим Латипов судта ғәйебен таныған. Уны һигеҙ йыл да алты айға иркенән мәхрүм иткәндәр, был ваҡытты ҡаты режимлы колонияла үткәрәсәк. Бынан тыш, рухи зыян күргән ҡатындың әсәһенә бер миллион һум түләргә тейеш, тип белдерәләр Салауат район-ара судынан.
Фото: “Беренсе канал” видеояҙмаһынан скриншот.