Даирә
+4 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Август 2020, 11:59
Офицерҙар маҡтап ҡына тора
"Артурҙың ҡулында повестка күргәс, тәүҙә аптыраныҡ, унан..."
Башҡортостан егеттәренең армияға атлығып тороуын, ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәүен ишетеү шул тиклем шатлыҡлы.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән, бөгөн Ырымбур ҡалаһында әрмелә хеҙмәт иткән Артур Баһауетдинов тураһында офицерҙар тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтә.
"Туғаныбыҙ мәктәптә яҡшы уҡыны, артабан автотранспорт техникумында белемен арттырҙы, – тип һөйләй егеттең яҡындары. – Иң мөһиме, үҙе теләп армияға китте, ҡулында повестка күргәс, тәүҙә аптыраныҡ, унан ҡыуандыҡ".
Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнгәс, һалдат хеҙмәттә әллә ни ҡыйынлыҡтар кисермәй, киреһенсә, ҡаршылыҡтарҙы еңел үткәрә. Ил һаҡсыһы билдәләүенсә, элекке шикелле хәҙер ҙә армияла булыу – маҡтаулы. Бында ул бик күп дуҫтар тапҡан, рухы нығынған. Үҫмерҙәр армияға барыуҙан ҡурҡмаһын ине, ти Артур.
Фото: Эльвира Зөбәйерова.
Автор: Илдар Акьюлов
https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/Ofitser-ar-ma-tap-ina-tora-418329/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: