Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Август 2020, 12:35

Дисциплина ғына ҡотҡара

Кәңәшмәлә дистанцион уҡытыуға бәйле фекерҙәр ҙә яңғыраны.

“Торатау” конгресс-холында “Белем биреүҙең һанлы трансформацияһы – традицион белем биреүҙең киләсәге һәм яңы мөмкинлектәре” тигән мәғариф буйынса Республика август кәңәшмәһе үтте.
Ә унан бер көн алда онлайн-форматында фекер алышыу майҙансыҡтары эшләне. Унда һанлы белем биреүгә маҡсатлы модель индереү, дөйөм, өҫтәмә һәм профессиональ белем биреү системаһының үҫеш юлдары, мәктәптән ситтә балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде. Педагогтарҙың тәҡдимдәрен асыҡтан-асыҡ әйтеүе, һәр мәсьәлә буйынса ентекле һөйләшеү, бер-береңә ҡарата теләктәшлек тойғоһоноң көслө булыуы шатландырҙы. Әлбиттә, дистациоон уҡытыу менән бәйле фекерҙәр ҙә яңғыраны.
Шул иғтибарға лайыҡ, ниндәй генә шарттарҙа ла, Башҡортостан етәкселеге балалар заманса белем усаҡтарында уҡыһын һәм күркәм тәрбиә алһын өсөн барыһын да эшләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дистанцион уҡытыуға әҙер булмаһаҡ та, педагогтарҙың үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауына һоҡланыуын белдерҙе.
– Барығыҙға ла рәхмәт, – тине Радий Фәрит улы. – Бары тик дисциплина ғына ҡотҡара, шуны онотмайыҡ.
Илдар Аҡъюлов фотоһы.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: