Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Август 2020, 12:10

Башҡорт йәштәре балалары менән башҡортса һөйләшәме?

Бөрйән һынлы Бөрйәндә балаларҙың русса аралашҡаны ғәжәпләндерҙе, уйға һалды...

Башҡорт телен үҫтереү, һаҡлау йәһәтенән күп саралар күрелә, әммә ҡайһы бер күренештәр күңелде өйкәй. Бөрйән һынлы Бөрйәндә балаларҙың русса аралашҡанын күреп ғәжәпләнгәйем.
Ата-әсәләр ҙә килештерә, ололарға башҡортса һүҙ ҡатһалар ҙа, балаларына "Сейчас пойдем!" - тип русса ғына өндәшәләр...
Ҡыҙым менән ғәҙәттә йәмәғәт транспорттарында йөрөгәндә була был хәл: күптәр, бигерәк тә оло йәштәге башҡорт әбей-бабайҙары, Наҙгөлдөң башҡортса һөйләшеүенә иғтибар итәләр: асыҡтан-асыҡ ғәжәпләнгәндәре лә, килеп, арҡаһынан һөйгәндәре лә, ихлас рәхмәт белдергәндәре лә етерлек. Миңә ҡалһа, башҡорт балаһының башҡортса һөйләшеүе – ғәҙәти күренеш, быға һоҡланыу урынһыҙ һымаҡ. Түбәндә телгә алған йәш әсәйҙәр ҙә ошо уҡ фекерҙә.
Өлгөлө ғаиләләр хаҡында күп һөйләйбеҙ бөгөн. Ә был яҙма йәш, илһөйәр ғаиләләр хаҡында булыр.
“Балаларығыҙҙы башҡорт рухында тәрбиәләү хаҡында гәзиткә яҙырға кәрәк, бер нисә һүҙ әйтеп китә алмаҫһығыҙмы?” – тигәс, улар “Башҡорт балаһын башҡорт рухында тәрбиәләйһең инде”, – тип аптырашта ҡалды хатта.
“Тамыр” телеканалы режиссеры, күптәргә Бауырһаҡ апай булараҡ таныш булған Ләйсән Мәзитова был уңайҙан бик елле фекер әйтте: “Айыу бит балаһын ҡуян итеп тәрбиәләмәй”.
Ләйсән был уңайҙан үҫ фекерен белдереүҙе яратып еткермәй икән: “Балаларҙы туған мөхитендә үҫтереүҙең бер ҡыйынлығын да күрмәйем. Ҡыҙыма гел башҡортса һөйләйем, йәнһүрәттәрҙе лә башҡортсаға тәржемә итәм. Тел – ул йән аҙығы, тел – ул дауа. Нисек үҙ балаңа сит телдә өндәшәһең инде?”
“Башҡортмын, тип күкрәгемде ҡағам!” – тигән йырҙы белмәгәндәр һирәктер.
Йәштәрҙең рәсми булмаған гимнына әүерелгән был йырҙың авторы – Альбина Шәмсетдинова, ике бала әсәһе. Улы Батырша, ҡыҙы Алтынай менән ҡайҙа ғына күрһәм дә, таҙа башҡорт телендә аралашыуы менән әсир итә ул.
“Үҙемде әллә ниндәй бөйөк эш башҡарам тип һанамайым. Ата-әсәһе ниндәй телдә һөйләшә, бала ла был телдә аралашырға тейеш, сөнки башҡорттар башҡортса тәрбиә генә бирә ала. Улар нисек кенә теләһә лә, башҡорт балаһын француз, йә булмаһа яҡут итеп тәрбиәләй алмай. Бала үҙ халҡының рухында тәрбиә алырға тейеш, ә рух әсә теле аша ғына күсә. Йыш ҡына балаларым менән туған телебеҙҙә аралашыуыбыҙға аптырап ҡарайҙар, был йәмғиәттә һирәк, танһыҡ күренеш икән, тимәк, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телдәрендә һөйләшкән ғаиләләр һирәгәйә”, – тип үҙенең уй-хистәре менән бүлеште Альбина һәм тормоштан күңелһеҙ миҫал килтерҙе: улар мәктәпте 40 уҡыусы тамамлай, былтырғы осрашыуҙарында Альбинаның “Кем балалары менән башҡортса һөйләшә?” тигән һорауына ике генә кеше ыңғай яуап ҡайтара...
Телебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән күп эштәр башҡарыла бөгөнгө көндә. Был уңайҙан төрлө гранттар, айырым фонд булдырылыуы, быйылғы йылдың Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителеүе быға асыҡ миҫал. Шулай ҙа күңелде ҡырған күренештәр ҙә етерлек. Бөрйән районы. Башҡортостандың иң рухлы төбәктәренең береһе. Үҙ-ара, башҡалар менән башҡортса һөйләшеп тә, йөҙҙәренә “Башҡорт” тип яҙылған балаларына русса һүҙ ҡушҡан ата-әсәләрҙе күп осратырға тура килә. Ҡайһы берҙәренән ипләп кенә был ҡылыҡтарының сәбәбе менән ҡыҙыҡһынам. “Мәктәптә, кеше араһында русса белмәһәләр, ҡыйын була бит”, – тиҙәр.
Йәш ғаиләләр! Һеҙгә, ете йәшлек ҡыҙ үҫтергән йәш әсә булараҡ, был осраҡта шәхси тәжрибәм хаҡында һөйләп үткем килә: бөгөнгө заманда кескәйҙәребеҙ рус телен беҙҙең ҡатнашлыҡһыҙ ҙа үҙләштерә. Интернет селтәре, телевидение сәбәпсе быға. Балаларығыҙҙың теле башҡортса асыла икән, был уларға артабан башҡа телде өйрәнергә ныҡлы нигеҙ булып торасаҡ.
Өҫтәлмә тел итеп руссаны үҙләштергән бала аҙаҡ шул уҡ еңеллек менән инглиз телен дә өйрәнә башлаясаҡ. Уйланһағыҙ ине...
Фотола: Ләйсән һәм Динар Мәзитовтар ҡыҙҙары Наза менән
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: