Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Август 2020, 11:50

Йәш атайҙың ике балаһы ҡалған...

"Юлда үле килеш табыуҙары тураһында хәбәр иттеләр. Унда ниңә барғандыр?"

Шишмәлә йәшәгән 26 йәшлек Артурҙың туғандары һәм яҡындары шок хәлендә: кисә генә иҫән-һау йөрөгән ир бөгөн юҡ. Уның менән нимә булғанын әлегә бер кем дә белмәй.

"Беҙгә полициянан шылтыратып, Артурҙы юлда үле килеш табыуҙары тураһында хәбәр иттеләр. Машина тапап киткәндер тип уйлайбыҙ. Экспертиза ғына теүәл асыҡлай алыр инде, - тип һөйләй дуҫы. - Артурҙың Иглинға ни өсөн барғанын да белмәйбеҙ, сөнки ул был турала берәүҙе лә иҫкәртмәгән".

Ирҙең ике балаһы етем ҡалған. Ҡатыны менән бергә йәшәмәгәндәр. Тағы ла ирҙең бәләкәй һеңлеһе бар, ә ата-әсәһе - күптән гүр эйәләре.

Артурҙың ни сәбәпле үлгәнен асыҡлау өсөн экспертиза һығымтаһын көтәләр.

Фото: cheltv.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Y-sh-atay-i-ike-bala-i-al-an-429644/
Читайте нас: