Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Август 2020, 19:44

Урам уртаһында талағандар

Интернеттың да файҙаһы тейеп ҡуя ҡайһы саҡта.Өфө полицияһына 26 йәшлек егет үҙен талауҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Көндөҙ үҙәк урамдарҙың береһендә, ҙур һатыу комплексы янында таныш булмаған ике иҫерек ир бәйләнә, төрлөсә ҡурҡытып, мәжбүрләп егеттең аҡсаһын тартып алалар. Зыян күреүсенең һүҙҙәре буйынса, кеҫәһендәге 3 мең һумды сығарып биргән ваҡытта йәберләүселәрҙең береһе онлайн-трансляция алып барырға маташа. Егет уның аккаунтын иҫендә ҡалдырып, был турала хоҡуҡ һаҡсыларына ла хәбәр итә.
Шулай итеп, оперативниктар талаусыларҙы тура эфирҙары аша таба. Ярты сәғәттән инде хоҡуҡ һаҡсылары уларҙың кемлеген асыҡлап, ҡулға ла алалар.
Көпә-көндөҙ ҡала уртаһында кеше талаусылар - 27-ешәр йәшлек ике өфөлө - полиция бүлегенә килтерелә. Улар үҙҙәренең шулай тиҙ генә эләгеүҙәренә ышанмайыраҡ тора тәүҙә. Араларындағы береһе ҡылғанына үкенеүен белдерә һәм бөтәһенә лә эскелек ғәйепле тип аҡланырға маташа. Тик уларҙың икеһенең дә элек тә ошондайыраҡ енәйәт ҡылыу арҡаһында закон менән проблемалары булғанлығы асыҡланған.
Талау буйынса енәйәт эше асылған. Юлбаҫарҙар тартып алған аҡсаны ҡайтарған-ҡайтарыуын, әммә был ғына уларҙы ҡара ҡылыҡтары өсөн яуаплылыҡтан һаҡлап ҡала алмаҫ шул.
Фото: chsrus.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: