Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Август 2020, 22:39

“Әсәһе үҙенә урын тапмай...”

22 йәшлек Владиславтың туғандары һәм дуҫтары кисәнән бирле ҡара ҡайғыла.

Кисен ул дуҫтары менән осрашыуға барышлай аварияға эләгә. Хәҙер комала, реанимацияла. Ә полиция егетте юлда бәрҙереп киткән водителде эҙләй.
Владиславтың дуҫтары уны осрашыуға көткән, тик ул оҙаҡлағас, борсола башлайҙар, ҡаршыларға китәләр.
"Киске сәғәт 11-се ярты тирәһе ине. 7 ноябрь урамында, “Дом” сауҙа үҙәгенән алыҫ түгел урында, һыра магазины һәм автойыуыу эргәһендә беҙ уны таптыҡ. Иҫерек кеше ята, тип уйланыҡ башта, ҡараһаҡ – Владислав. Аңын юғалтҡан, башы ҡан эсендә. Шунда уҡ "Ашығыс ярҙам" саҡырҙыҡ, полиция килде, - ти егеттең дуҫы. - Водитель туҡтарға ла уйламаған, күрәһең, тиҙерәк ҡасыу яғын ҡараған. Владиславтың әсәһе үҙенә урын тапмай..."
Егет ныҡ йәрәхәтләнгән, сикә һөйәге һынған, тубығы ҡаты яраланған, тәне һыҙырылған... Владислав комала, табиптар әлегә бер ни ҙә вәғәҙә итмәй, бары уның ғүмере өсөн көрәшә.
Егеттең әсәһе Оксана әйтеүенсә, улы бер йыл элек армиянан ҡайтҡан, киләсәккә пландар ҡорған, бөтәһе лә яйланып ҡына килгәндә - шундай ҡайғы!
Әгәр ҙә ваҡиғаның шаһиттары табылһа йәки был хәл видеотеркәү яҙмаһына эләккән булһа, егеттең әсәһе менән бәйләнешкә инегеҙ: 8-987-142-59-97.
Фото: Ксения Калинина
Автор: Дина Арсланова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: