Республика Хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров белдереүенсә, быға тиклем класс етәкселәре һәр уҡыусы өсөн ай һайын 80 һум күләмендә өҫтәмә түләү алды. Уртаса ул ике мең һум тирәһе тәшкил итте. Яңы өҫтәмә түләүҙе иҫәпкә алып, хәҙер класс етәкселеге өсөн уҡытыусы уртаса алғанда ете мең һум аҡсаға иҫәп тота аласаҡ.