Был хаҡта Радий Хәбиров хәбәр итте.Бөгөн, 21 августта, Ҡуштау һаҡсылары менән осрашыу барышында Радий Хәбиров Ишембай районы башлығы Азамат Абдрахмановтың эштән бушатылыуы ихтималлығы хаҡында хәбәр итте.
Республика башлығы һүҙҙәре буйынса, ике яҡ та ғәйепле.
Азамат Абдрахмановтың Ҡуштауҙағы ҡылығын әлеге ваҡытта тәртип һаҡлау органдары тикшерә. Түрә буйынса ҡарар ошо тикшереү тамамланғандан һуң ҡабул ителәсәк.
- Экоһаҡсылар яғынан да, шәхси һаҡлау ойошмаһы (ЧОП) хеҙмәтселәре яғынан да тәртип боҙоу осраҡтары булды. Был осраҡтар буйынса материалдар – прокуратурала, - ти Хәбиров.