Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Август 2020, 00:20

Барыһы ла ғаилә өсөн

20-21 августа Өфөлә “Ғаилә һәм балалыҡ иле” күргәҙмә-форумы үтә.

20-21 августа баш ҡалала “Ғаилә һәм балалыҡ иле” күргәҙмә-форумы үтә. Уның ҡайһы бер саралары онлайн форматта уҙғарылһа, бәғзеләре "ВДНХ ЭКСПО" майҙанында ойошторола.
Төп маҡсат – ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ата-әсәләрҙең, балаларҙың һаулығын хәстәрләү. Ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.
Майҙанда бер нисә зона эшләйәсәк. Махсус баннерҙар экспозицияһы баш ҡаланың социаль үҫеше тураһында һөйләйәсәк. “Яҡын кешеләр” фотокүргәҙмәһе төрлө ғаиләләр менән таныштырасаҡ. Иң мөһиме – һәр ҡайҙа балаға ҡарата мөхәббәт ярылып ята.
Бынан тыш, “Ғаилә һәм балалыҡ иле” күргәҙмә-форумында мәктәп формаһы етештереүселәренең экспозицияһы менән танышырға мөмкин. Балаларҙы төрлө түңәрәктәргә яҙҙырыу ҙа ҡаралған.
Шулай ҙа сараның иң мөһим үҙенсәлеге тип “Атайҙар даны” исемен тапшырыу тантанаһын атарға булалыр. Был награда атайҙар институтын үҫтереү, сәләмәт тормош алып барған яуаплы, булдыҡлы ғаилә башлыҡтарын күрһәтеү өсөн булдырылған. Сарала республиканан иң шәп 27 атай ҡатнаша.
Ошо уҡ көндә күп балалы ғаиләләр берҙәмлегенең ойоштороу йыйылышы үтәсәк. Уның маҡсаты – уртаҡ проблемаларҙы хәл итеү өсөн берләшеү. Унан тыш, 20-21 августа "түңәрәк өҫтәл"дәр, конференциялар, семинарҙар көтөлә.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: