Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Август 2020, 00:35

Атайҙарҙың “иң-иң”дәре, афарин!

Бөгөн баш ҡалала “Ғаилә һәм балалыҡ иле” күргәҙмә-форумы башланды. Сара сиктәрендә “Атайҙар даны” ижтимағи наградаһын да тапшырҙылар.

Бөгөн баш ҡалала “Ғаилә һәм балалыҡ иле” күргәҙмә-форумы башланды. Уның ҡайһы бер саралары онлайн форматта уҙғарылһа, бәғзеләре "ВДНХ ЭКСПО" майҙанында ойошторолған.
Сараның маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, ата-әсәләрҙең, балаларҙың һаулығын хәстәрләү. Ойоштороусылары – Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Йәмәғәт палатаһы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.
Форумдың эшлекле өлөшө республиканың күп балалы ғаиләләренә арналған "түңәрәк өҫтәл" менән асылды. Сарала Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, "Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете биләмәһе" асыҡ академияһы проекты авторы Каринэ Хәбирова ҡатнашты.
"Аралашыу тәжрибәһе шуны күрһәтә: Башҡортостанда уңышлы, бәхетле ишле ғаиләләр бик күп. Әммә улар тураһында аҙыраҡ беләбеҙ һәм һөйләйбеҙ, сөнки быға мохтаж түгел, ярҙам һорамайҙар. Ошондай замандаштарыбыҙҙы берләштерергә кәрәк: улар күп балалы ғаиләнең имиджын күтәрер, башҡаларҙы үҙ өлгөһөндә илһамландырып торор ине", - тине Каринэ Хәбирова.
Сара сиктәрендә “Атайҙар даны” ижтимағи наградаһын да тапшырҙылар. Мәғлүм булыуынса, уны ағымдағы йылдың февралендә республиканың Йәмәғәтселек палатаһы булдырғайны.
Ул 2019 – 2025 йылдарҙа Башҡортостанда Ғаилә сәйәсәте концепцияһының икенсе этабын тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы сиктәрендә барлыҡҡа килде.
Маҡсаты – атайлыҡ институтын үҫтереү һәм нығытыу, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өсөн шарттар тыуҙырған, республиканың һәм муниципаль берәмектең ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы йәмәғәтселек тарафынан таныу һәм билдәләү.
Әлбиттә, оҙаҡ йылдар ил мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт иткәндәргә, батырлыҡ ҡылғандарға, дәүләт наградаларына эйә булғандарға өҫтөнлөк бирелгән. Бынан тыш, уларҙың балалары ла уҡыуҙа, хеҙмәттә, спортта һәм ижадта юғары ҡаҙаныштарға лайыҡ булырға тейеш.
Республиканың Йәмәғәт палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Атайлыҡ даны” конкурсына 106 ғариза ебәрелгән, уларҙың 27-һе еңеүсе тип табылған. Һәр атайға иҫтәлекле плакетка һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының диплом тапшырылды.
Әйтергә кәрәк, атайҙар араһында төрлө йәштәге, төрлө тармаҡтарҙа эшләгән, республиканың төрлө район-ҡалаларнынан килгән атайҙар бар ине. Уларҙың бәғзеһе 7, 12, 15-әр бала тәрбиәләй, ә ҡайһы берҙәре балаларын республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендә танылған спортсылар, төрлө һөнәр эйәләре итеп үҫтереүгә өлгәшкән. Уларҙың ҡайһы берҙәре тураһында айырым материалдарҙа һөйләп үтербеҙ.
“Ғаилә һәм балалыҡ иле” күргәҙмә-форумына килгәндә, майҙанда бер нисә зона эшләй. Махсус баннерҙар экспозицияһы баш ҡаланың социаль үҫеше тураһында һөйләй, “Яҡын кешеләр” фотокүргәҙмәһе төрлө ғаиләләр менән таныштыра. Иң мөһиме – һәр ҡайҙа балаларға ҡарата мөхәббәт ярылып ята.
Бынан тыш, “Ғаилә һәм балалыҡ иле” күргәҙмә-форумында мәктәп формаһы етештереүселәренең экспозицияһы менән танышырға мөмкин. Балаларҙы төрлө түңәрәктәргә яҙҙырыу ҙа ҡаралған.
Унан тыш, 20-21 августа "түңәрәк өҫтәл"дәр, конференциялар, семинарҙар үткәреләсәк. Барығыҙ, үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәт алығыҙ!
Автор фотолары.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: