Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Август 2020, 11:32

Һалдатҡа кем ҡул күтәргән?

Егеттең тәнендә ҡаты йәрәхәттәр табылған, башының уң яҡ сикә һөйәгендә сабылған яра бар...

Бөрйән районында контракт буйынса хеҙмәт иткән һалдаттың Ағиҙелдә батып һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Тикшереү барышында уның үлеменә ҡағылышлы өҫтәмә яңылыҡтар билдәле булған, тип хәбәр итә”КП-Уфа”.
Егеттең тәнендә ҡаты йәрәхәттәр табылған, башының уң яҡ сикә һөйәгендә сабылған яра бар. Уның кәүҙәһе “Антонов” ҡаяһы эргәһендә, Ҡотан ауылынан дүрт километр алыҫлыҡта, Ағиҙелдә табылған. 20 йәшлек Өлфәткә кем ҡул күтәргәндер, үлемесле ваҡиғала кем ғәйеплелелер, хоҡуҡ һаҡлау органдары алдында был фажиғәне асыҡлау бурысы тора.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һалдат 13 августа өйөнә ялға ҡайта. Шул уҡ көндә атаһы менән Шүлгәнташ мәмерйәһе тирәһендә ял итәләр. Атаһының әйтеүенсә, ул йылғаға төшә, аҙаҡ әйләнеп килмәй. Ауылдаштарының бәләһенә битараф булмаған бөрйәндәр һалдатты бер нисә тәүлек эҙләй.
Фото: шәхси архивтан.
Автор: Дина Арсланова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: