Даирә
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Август 2020, 20:30

Ун биш баланы бәхетле иткәндәр

“Атайҙар даны” ижтимағи наградаһын алғандар араһында Баймаҡ районынан Ғәзиз Шәйәхмәтов та бар.

Баш ҡалала “Ғаилә һәм балалыҡ иле” күргәҙмә-форумы башланды, уның барышында “Атайҙар даны” ижтимағи наградаһы тапшырылды, тип хәбәр иткәйнек.
Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән иң лайыҡлы атайҙар араһында Баймаҡ районынының Юлыҡ ауылынан Ғәзиз Илгиз улы Шәйәхмәтов та бар ине. Тантанаға ул ҡатыны Ирина Рафаэль ҡыҙы менән килгән, өс улдары ла бергә. Сара башланыр алдынан был матур ғаилә менән әңгәмәләшеп өлгөрҙөк.
Ғәзиз Илгиз улы ауыл мәктәбендә рус теленән уҡыта. Иманлы, абруйлы замандашыбыҙға ауыл мәсетенең имам-хатибы вазифаһын үтәүҙе лә ышанып тапшырғандар. Ғәзиз Шәйәхмәтов үҙенең иң ҙур ҡаҙанышы тип татыу ғаиләһен атай. Улар ҡатыны менән биш балаға ғүмер биргән. Дүрт малайҙан һуң донъяларын йәмләп ҡыҙҙары Асия тыуған.
– Ағайҙарының иркә генә һеңлеһе булып үҫеп барһа ла, бер мәл Асия беҙгә шундай һорау бирҙе: ни эшләп өйҙә тик ағайҙар ғына ул? Улар бер-береһенә иптәш, ә миңә һеңле йә апай ҡайҙа? Ҡыҙыбыҙҙың был һүҙҙәре йөрәк түренә инеп ултырҙы. Ҡатыным менән кәңәшләштек тә, Йылайыр районынының Матрай ауылындағы балалар йортона йүнәлдек. Әммә... беҙгә тигән ҡыҙ унда булмай сыҡты, уның ҡарауы, яңы алты йәшен тултырған һөйкөмлө малайҙы тап иттек... Һөҙөмтәлә ул беҙҙең ғаилә ағзаһы булып китте, – ти Ғәзиз Илгиз улы.
Шулай, бер-бер артлы был бәрәкәтле йортта тағы ла малайҙар һәм ҡыҙҙар өҫтәлә торған. Әлеге көндә Шәйәхмәтовтарҙың татыу ғаиләһендә 15 бала тәрбиәләнә. Үҙҙәренең өлкән улдары Азамат, юғары уҡыу йортон тамамлап, Магнитогорский ҡалаһында эшләп йөрөй. Унан кесерәк ике улдары Ҡазандағы юғары уҡыу йорттанда белем ала, бәләкәс улдары ла ағалары янына юлланырға тора.
– Ете ҡыҙыбыҙ, һигеҙ улыбыҙ бар, Аллаға шөкөр. Шул тиклем берҙәмдәр, татыуҙар – был һис арттырыу түгел. Йортта тауыш күтәреүсе, бер-береһен ҡыйырһытыусы, ауыр һүҙ әйтеүсе юҡ: үҙ-ара хөрмәт һәм тәртип – төп талап. Һәммәһе лә йорт эштәрендә, хужалыҡта, уҡыуҙа бер-береһенә ярҙам итеп, бер ғаилә булып йәшәйбеҙ. Өлкән ағайҙар – барыһына ла өлгө. Улар итәғәтле, ипле, инсафлы булһа, бәләкәстәр ҙә шуны күреп, өйрәнеп үҫә. Ҡыҙҙарымдан уңдым: икмәк тә бешерәләр, телде йоторлоҡ итеп ашарға әҙерләйҙәр, донъяны ла ялтлатып ҡуялар. Быйыл беҙҙең дүрт балабыҙ туғыҙынсы класты тамамланы. Һәр ҡайһыһын уҡырға урынлаштырырға, артабанғы тормоштарын хәстәрләргә кәрәк. Шуға йәйебеҙ юлда йөрөү менән уҙҙы. Әммә хужалыҡта терәк булырлыҡ балаларыбыҙ ҡалғанын беләбеҙ, тыныс күңел менән сығып китәбеҙ, – тип һүҙгә ҡушыла Ирина Рафаэль ҡыҙы.
Әйткәндәй, Шәйәхмәтовтарҙың татыу ғаиләһендә төрлө милләт балалары тәрбиәләнә. “Өс балабыҙ – рус милләтенән, әммә башҡортса шундай матур һөйләшәләр, минән дә уҙҙырып ебәрәләрҙер әле”, – тип шаярта әсәй.
Ғәзиз Илгиз улы “Атайлыҡ даны” наградаһын юғары баһаланы.
– Бөгөн ысынлап та, ҙур байрам. Ниндәй лайыҡлы атайҙар бар, тип һоҡланып та, ҡыуанып та ултырҙым. Йәмғиәттә атайҙар институтына иғтибар артыуы - бик ҡыуаныслы хәл, сөнки ул ғаилә башлыҡтарына дәрт-дарман, көс өҫтәй, башҡаларға өлгө булырлыҡ кешеләрҙе асыҡларға, күрһәтергә ярҙам итә, – тине ул.
Фотолар авторҙыҡы һәм геройҙарҙың шәхси архивынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в