Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Август 2020, 22:45

Беҙҙе аныҡ эштәр көтә

Форумдың маҡсаты һәм бурыстары ябай: Урал аръяғы иҡтисадын үҫтереү буйынса артабан да туҡтауһыҙ эшләүгә дәрт өҫтәү.

Әлеге минуттарҙа Сибай ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы бара.
- Форумдың маҡсаты һәм бурыстары ябай: Урал аръяғы иҡтисадын үҫтереү буйынса артабан да туҡтауһыҙ эшләүгә дәрт өҫтәү. Был йәһәттән аныҡ эштәр яҫылығына күсеү мөһим, - тигән бурыс ҡуйҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Форумдың эшлекле программаһының төп өлөшө булып «INNOREGION: йәшәүгә ылыҡтырған ҡалалар» пленар ултырышы булды. Сараның модераторы - «Эха Москвы»ның баш мөхәррире Алексей Венедиктов. Эксперттар йәмәғәт һорауҙарына һәм ҡала эсендәге мөхит проблемаларына тиҙ иғтибар иткән мобиль һәм аҡыллы ҡалалар булдырыу мәсьәләләрен ҡараны. Төбәктәрҙең йәшәү сифаты рейтингы күрһәтелде. Пленар ултырышта ҡатнашыусылар ҡалалар мөхитен модернизациялауҙа ил һәм халыҡ-ара тәжрибәне баһаланы.
- Башҡортостан — эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса иң динамикалы төбәктәрҙең береһе. 2020 йылда Рәсәй субъекттарында инвестицион климат торошо милли рейтингы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан етенсе позицияға күтәрелеп, хәҙерге көндә туғыҙынсы урынды биләй. Эксперттар һәм эшҡыуарҙар фекеренсә, бында төбәк кимәлендә иҡтисадҡа ярҙам күрһәтеү буйынса шәп программа ҡабул ителгән. Республика илебеҙҙең башҡа биләмәләрендә ҡулланырлыҡ потенциал һәм тәжрибә туплаған,-- тип билдәләне Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева.
Инвестицион һабантуй сиктәрендә эксперттар туғыҙ тематик секцияға бүленеп эшләй. Эшлекле майҙансыҡта шулай уҡ Башҡортостанда милли социаль инициатива булдырыу мөһимлеге мәсьәләһе ҡарала. Инвестицион климат буйынса ҡала һәм район башлыҡтарының стратегик сессияһы үтәсәк.
Пленар ултырыш һуңында инвестицион һәм хеҙмәттәшлек буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.
Фото: БР Башлығы сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: