Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Август 2020, 18:15

Балаларҙы үлтергәндәр... Ә атай үҙе ҡайҙа?

Башҡортостан буйынса Эске Эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығында һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙылар.

Был ваҡиғаға ун ай тулып килһә лә, ҡот осҡос хәлгә әле һаман нөктә ҡуйылмаған. Башҡортостан буйынса Эске Эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 38 йәшлек Артем Мазовты эҙләү әле һаман дауам итә.
Билдәләре: йөҙгә 35 йәштәр самаһы, ҡаҡса кәүҙәле, күҙҙәре һоро төҫтә. Юғалған сағында ҡара куртҡа, күк салбар, һоро төҫтәге ботинка кейгән булған.
“Артем Мазовтың ҡайҙа булыуы тураһында ниндәйҙер мәғлүмәтте белһәгеҙ, яҡындағы полиция бүлегенә йәки 8 (347) 279-33-85, 279- 33-78 телефондарына, йәки Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының дежур часына – 8 (347) 279-39-02, йәки 02 (мобиль телефондан – 102) хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ”, – тип граждандарға мөрәжәғәт итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, былтыр 26 октябрҙә Өфөлә ирле-ҡатынлы бәхәскә ингәндән һуң, ир балалар менән хәбәрһеҙ юғала. Быйыл июнь аҙағында биш йәшлек Вячеславтың кәүҙәһен баш ҡаланың Калинин районында – Ағиҙел, ә һигеҙ йәшлек Ильяны Дим биҫтәһендә - Ҡариҙел йылғаһында табалар. Балаларҙың атаһы Артем Мазовтың ҡайҙа икәнлеге әле һаман билдәһеҙ. Ир тере һәм хөкөмдән ҡасып йөрөй, тип фаразлайҙар тәртип һаҡлау органдарында.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: