Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Август 2020, 19:25

Бөгөн – Чебурашканың тыуған көнө

Уға нисә йәш? Был персонаж нисек барлыҡҡа килгән? Ул кемде һынландыра?

Ҙур ҡолаҡлы бәләкәй генә был йәнлек – кескәй баланың әкиәти һынланышы. Бер яҡтан ҡарағанда, ул һәр ваҡыт ололарҙың (йәнһүрәттә крокодил Генаның) хәстәренә мохтаж, икенсе яҡтан, Чебурашка – бик аҡыллы, үҙенсәлекле йән эйәһе.
Изге күңелле, бер аҙ ҡыҙығыраҡ ҡиәфәтле был персонаж 1966 йылда талантлы яҙыусы Эдуард Успенский ижад иткән “Крокодил Гена һәм уның дуҫтары” тип аталған китапҡа бәйле барлыҡҡа килә. Ә инде 1968-1969 йылдарҙа китеп нигеҙендә йәнһүрәт төшөрөлөп, зәңгәр экрандарға сығарылғас, ул иҫ киткес популярға әйләнә.
Чебурашка – ташландыҡ балаларҙың һынланышы. Ул әфлисун йәшниге эсенән килеп сыға һәм үҙенә яңы дуҫтар табып, “яҡшы кеше” булып үҫешә башлай: Гена менән бергәләп дуҫтары өсөн йорт төҙөй, мәктәпкә бара, балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөүҙә ҡатнаша, пионер булыу хаҡында хыяллана.
Йыл һайын август айында Мәскәүҙә Чебурашканың тыуған көнө айҡанлы етем балалар өсөн хәйриә акциялары, байрамдар, фестивалдәр ойошторола. Уларҙың маҡсаты – яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған балаларға өмөт һәм шатлыҡ бүләк итеү.
Бер нисә быуындың яратып ҡараған йәнһүрәт геройы – эскерһеҙ, иҫ киткес изгелекле Чебурашка тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына әкиәти персонаж булып тойолһа ла, ҙур, етди социаль күренештең һынланышы булараҡ барлыҡҡа килгән ул.
Фото: lib-pk.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в