Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Август 2020, 21:30

Мөғжизә булманы...

Бөрйәндән үтә аяныслы, күңелһеҙ хәбәр килде.

13 августа Бөрйән районында 20 йәшлек егеттең эҙһеҙ юғалыуы, уны бер нисә көн буйы яҡындары һәм барлыҡ битараф булмаған кешеләр эҙләүе хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Өлфәт Әхмәтов контракт менән армияла хеҙмәт иткән, ә ошо көндәрҙә, ниһәйәт, тыуған яғына ялға ҡайтҡан. Ике ай булып, ул октябрҙә кире хеҙмәт иткән еренә китергә тейеш булған...
Егет атаһы менән Шүлгәнташ мәмерйәһе янына ял итергә барыуы, 13 августа, сәғәт киске биш тирәһендә һыу буйына төшөүе, унан эҙһеҙ юғалыуы хаҡында социаль селтәрҙә лә хәбәр иткәйнеләр. Өлфәтте эҙләргә яр буйына кәмәләр менән сыҡҡандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөжизә булманы һәм кисә Бөрйәндән үтә аяныслы, күңелһеҙ хәбәр килде: Өлфәтте һыуҙан тапҡандар, ул батҡан.
Егеттең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото: социль селтәрҙән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: