Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Август 2020, 12:40

Тыуған көндә эштән иртәрәк ҡайтырға мөмкин

Был ҡарарҙы Рәсәй Юғары суды сығарған.

Рәсәй Юғары судының ҡарары буйынса, тыуған көнөн билдәләгәндәр, әгәр ҙә коллективтарында шундай йола бар икән, эштән иртәрәк ҡайтыу хоҡуғына эйә.
Ҡарарҙың тарихы Рәсәй ҡалаларындағы компанияларҙың береһендә эшләп йөрөгән ҡатындың ялыуына барып тоташа.
Ул, коллективтағы күптәнге йола буйынса, үҙенең тыуған көнөндә эштән иртәрәк ҡайтып китә, был хаҡта етәкселекте иҫкәртә, әммә иртәгәһенә уның мен ән хеҙмәт килешеүен өҙәләр. Ҡатын компанияны судҡа бирә, әммә уның һорауын ҡәнәғәтләндермәйҙәр.
Һөҙөмтәлә, ялыу Юғары судҡа хәтлем барып етә, ул ҡатын файҙаһына ҡарар сығара.
Фото: yandex.ru
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас: