Даирә
+4 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Август 2020, 11:23
Тәҙрә лә юҡ, аҡса ла...
Уларҙың ҡармағына әлеге лә баяғы пенсионерҙар эләккән.
Ҡариҙел район суды Өфөлә йәшәгән 29 йәшлек ирҙең бер нисә районға граждандар менән тәҙрә ҡуйҙырыуға килешеү төҙөү өсөн агенттарын ебәреүен асыҡлаған. Сауҙа агенттары Асҡын, Ҡариҙел, Ғафури, Бүздәк һәм Өфө райондарына сығып, пенсионерҙарҙы аҡсаһыҙ ҙа, тәҙрәһеҙ ҙә ҡалдырған.
Уларҙың ҡармағына әлеге лә баяғы пенсионерҙар эләккән. Өлкәндәргә банктан ҡулланыусылар кредитын алырға тәҡдим иткәндәр. Бөтә аҡса 29 йәшлек егеттең иҫәбенә күсерелгән. Ә ул килешеү шарттарын үтәү урынына аҡсаны үҙе теләгәнсә тотонған. Шулай итеп, республиканың 18 кешеһе 788 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Суд мут егетте ике йыл да алты айға иркенән мәхрүм иткән.
Фото:ИА «Башинформ»
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/T-r-l-yu--a-sa-la-412017/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: