Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Август 2020, 11:20

Соня балалар баҡсаһына әҙерләнә

Иң мөһиме, бала тар коляскала түгел, ә үҙ карауатында йоҡлай...

Былтыр сентябрь айында билдәлелек яулаған Стәрлетамаҡ районында йәшәгән бәләкәй Соняның ауыр яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Генетик сиргә дусар булған ҡыҙ баланың бит һәм баш һөйәге дөрөҫ үҫешмәгән, ҡул-аяҡ бармаҡтары ҡуша үҫешкән, үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмаған сабыйҙы балалар баҡсаһына алмағандар. Кем ваҡиғаны күҙәтеп барған, бөтә яңылыҡтарҙы ла яҡшы белә торғандыр. Республика етәксеһенең иғтибары арҡаһында ғаилә бөтә уңайлыҡтары булған фатирға йәшәргә күсте, Соняны Израилгә медицина тикшереүе үтеү өсөн ебәрҙеләр.
Бер йылға яҡын ваҡыт үтеп тә китте, Соняның яҙмышында ниндәй үҙгәрештәр бар?
Иң мөһиме, бала тар коляскала түгел, ә үҙ карауатында йоҡлай. Фатирҙа бөтә уңайлыҡтар, йыһаздар бар. Әммә Израиль табиптары балаға операция яһауҙан баш тартты, сөнки уның ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйғылары килмәй. Ә хәүеф, ысынлап та, ҙур. Берҙән-бер операцияны Өфөлә - һөйләшеүгә һәм ашауға ҡамасаулаған аңҡауҙағы ярыҡты алыуға яһанылыр. Ҡушылып үҫкән бармаҡтарҙы айырыу операцияһын эшләтеүгә коронавирус эпидемияһы ҡамасаулаһа ла, уны һуңғараҡ яһатырға мөмкин буласаҡ, ти ирекмәндәр. Балалар баҡсаһы асылыу менән Соня унда мотлаҡ йөрөйәсәк.
Ирекмән Регина Биргулиева бәләкәй ҡыҙҙың яҙмышын күҙ уңынан ысҡындырмай күҙәтеп бара. Уның әйтеүенсә, Соня бик бәхетле һәм ҡәнәғәт, ул бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй. Ғаилә ваҡиғаһының аҙағы хәйерле тамамланырына, ҡыҙҙың тормошонда тағы ла күңелле биттәр булырына ышанабыҙ. Әлегә ҡыҙ балалар баҡсаһына барыр көндө түҙемһеҙлек менән көтә.
Фото:КP.ru
Автор: Дина Арсланова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: