Ял көндәрендә республиканың Ҡалтасы районында булған фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Унда туғыҙ йәшлек бала мунсала һөрөм газынан ағыуланып үлгәйне.
Әле асыҡланыуынса, мунсаға бала өләсәһе менән бергә барған булған. Улар бик оҙаҡ ҡайтмағас, туғандары барып ҡарарға була һәм ҡурҡыныс табышҡа юлыға: улар иҫһеҙ килеш ятҡан була. Шунда уҡ табиптар саҡырталар. Бала урында һәләк булһа, 63 йәшлек өләсәһен дауаханаға алып китеп өлгөрәләр. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да икенсе көнгә һәләк булған.