Даирә
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Башҡа яңылыҡтар
18 Август 2020, 14:40

"Кем таба, шуға - 30 мең!"

Мишка өсөн әбей бар йыйған аҡсаһын йәлләмәй бирергә әҙер.

Өфө ситендәге Зубово ҡасабаһында йәшәгән оло йәштәге ҡатындың эте юғалған. Кемдә-кем дүрт аяҡлы дуҫын табып бирә, шуға 30 мең(!) вәғәҙәләй әбей.
Уға иғлан бирергә ярҙам иткән ҡыҙ әйтеүенсә, Мишка исемле эт Зубово ҡасабаһында юғалған, әммә уны Затон биҫтәһендә күреүселәр ҙә бар. Эт бик ҡурҡаҡ ҡына, кешеләргә бөтөнләй ышанысы юҡ. Хужабикәһе дуҫы юғалыуын бик ауыр кисерә, ҡайғыра, илай икән. Шуға ла этте күреп, ҡайҙалығын белеүселәр булһа, уны тотоп-туҡтатып тороуҙарын һорай. Мишка өсөн әбей бар йыйған аҡсаһын йәлләмәй бирергә әҙер. Эйе, ҡарт көнөңдә яҡын дуҫһыҙ ҡалыуы айырыуса ауыр, Мишканың имен табылыуын теләйек. Ҡайһы берҙә яныңдағы кешеләргә ҡарағанда, дүрт аяҡлылар күпкә тоғро һәм яҡын була шул.
Фото социаль селтәрҙән.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: