Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
18 Август 2020, 14:35

Армияла хеҙмәт итеү - киләсәккә юл

Кисә Хөкүмәттә яҙғы саҡырыуға йомғаҡтар яһалды.

Быйылғы яҙғы саҡырыу һөҙөмтәһе буйынса, ете мең самаһы яҡташыбыҙ хәрби хеҙмәткә китте. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Хәрби комиссар вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Хәйретдинов һөйләне.
Рәмил Хәйретдинов белдереүенсә, коронавирус пандемияһы шарттарында барлыҡ саралар ҙа Роспотребнадзор талаптарын үтәп башҡарылды. Егеттәрҙе урынлаштырыу өсөн өҫтәмә биналар әҙерләнде, мобиль фельдшер пункттары эшләне. Бөтә саҡырылыусы егеттәр ҙә өҫтәмә медицина тикшереүе үтте, шул иҫәптән коронавирусҡа тестар тапшырҙы. Ауыр эпидемиологик шарттарға ҡарамай бөтә райондар ҙа тиерлек ҡуйылған бурысты үтәй алған. Әлеге ваҡытта көҙгө саҡырыу кампанияһына әҙерлек башланды.
– Беҙгә йәштәр араһында патриотик тәрбиә системаһын киңәйтергә кәрәк. Егеттәргә аңлатырға кәрәк: армияла хеҙмәт итеү ул бурысты үтәү генә түгел, ә киләсәккә юл да. Ул ҡайһы бер дәүләт вазифаларын биләүҙә ярҙам итәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортотан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: