Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Август 2020, 12:45

Тайы ҡайтҡан, ә Тайкало - юҡ

Асыҡ далала кешенең һыуға төшкән таш кеүек юҡ булыуына һамарҙар ныҡ аптырай.

13 августа Алексей Тайкалоның юғалыуы тураһында күңелһеҙ хәбәр килде.
Алексей Васильевич Хәйбулла районының Һамар ауылында ғүмер кисергән, ауыл көтөүсеһе булған. Ул көндө таң һарыһы менән малдарҙы ҡырға алып сығып киткән. Ҡыҙғанысҡа күрә, кискеһен өйөнә ҡайтмаған, ә тайын Бүребай ауылында күреп ҡалып, алып ҡайтҡандар.
– Алексей, көтөүсе булараҡ, бурысына бик яуаплы ҡараны, – тип һөйләй ауылдаштары. – Яңғыҙы ғына йәшәһә лә, донъяһын матур көттө, насар ғәҙәттәре булманы. Ул һәр ваҡыт һыбай йөрөнө. Әле лә, юғалған көндә, үҙенән һәм сыбыртҡыһынан башҡа барыһы ла атында ине.
Асыҡ далала кешенең һыуға төшкән таш кеүек юҡ булыуына һамарҙар ныҡ аптырай. Кемдән генә һорашмағандар, береһе лә бер нимә лә белмәй.
Әгәр ҙә Алексей Тайкалоны күреүселәр булһа, 8 937 49 26 031 телефонына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: