Башҡортостанда үткән аҙнала балаларға бәйле бер нисә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Улар тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне.
Тәүге бәхетһеҙ осраҡ аҙна башында Әбйәлил районында теркәлде. Унда ғаилә башлығы бәшмәк йыйып алып ҡайтып алты һәм ике йәшлек балаларына ашата. Һөҙөмтәлә улар бөтәһе лә ағыулана. Алты йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡара алмайҙар, ҡалғандар һауыҡҡан.
Икенсе осраҡ 13 августа Күмертау ҡалаһында булды. Туғыҙынсы ҡаттан ике йәшлек сабый ҡолап төшкән. Бәхеткә күрә, ул иҫән ҡалған, тик ауыр йәрәхәттәр алған.
Тағы бер осраҡ кисә, 16 августа Ҡалтасы районында теркәлде.
– Мунсала туғыҙ йәшлек баланың кәүҙәһе табылды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул һөрөм газынан ағыуланған, – тине Фәрит Ғүмәров.
Әлеге ваҡытта был осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү үткәрә.
Күренеүенсә, хәүеф беҙҙең балаларҙы аҙым һайын көтә. Ата-әсәләргә иғтибарлы булырға һәм уларҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа кәрәк.