Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Август 2020, 12:15

Байҙар ҙа илай...

Нурсолтан Назарбаевтың ейәне ниңә үлгән?

Лондонда Ҡаҙағстандың беренсе Президенты Нурсолтан Назарбаевтың ейәне Айсолтан вафат булған. Әлегә аныҡ сәбәбе билдәһеҙ, әлегә йөрәге туҡтаған тиҙәр. Уға 30 йәш булған. Ул Бөйөк Британиянан һыйыныу һораған һм Ҡаҙағстандағы коррупция тураһында мәғлүмәткә эйә буғанын хәбәр иткән.
Айсолтан Назарбаев элекке Президенттың оло ҡыҙы Дәриға Назарбаеваның һәм Рәхәт Әлиевтың өлкән малайы. Ул Ҡаҙағстандың Оборона министрлығының баш разведка идаралығы штабында торған, ә 2017 йылдан Ҡаҙағстандың футбол федерацияһында. Ғаиләһенең уға күрһәткән баҫымы арҡаһында Айсолтан 2020 йылда Бөйөк Британиянан һыйыныу һораған. Ул “Рәсәй һәм Ҡаҙағстан Хөкүмәттәре араһында юғары масштаблы коррупция тураһында” мәғлүмәткә эйә булыуын белдергән.
Мәғлүм булыуынса, былтыр Лондон полицияһы уны сит кеше милкенә законһыҙ үтеп ингәне һәм полиция менән һуғышҡаны өсөн бер йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм иткәйне.
2007 йылда Айсолтандың атаһы Рәхәт Әлиев, шул саҡта Ҡаҙағстандың Австриялағы вәкиле булғанда, “Нурбанк”тың топ-менеджерын урлауҙа һәм дәүләт түңкәрлеше ойошторорға йыйыныуҙа ғәйепләнә. Уны ситтән тороп хөкөм итәләр. Ул Австрияла төрмәлә ултыра, 2015 йылда яңғыҙ камерала аҫылынған килеш табалар.
Шуға ла Айсолтандың үлеме лә сәйер тойола.
Фото: AFP 2020
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: