“Башҡортостан сода компанияһы” һәм Ҡуштау тауы янындағы башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр һеҙгә мөрәжәғәт итергә мәжбүр итте мине.
Закон боҙолдо, хоҡуҡ һаҡлау органдарының законлы талаптарына ҡаршы тороу бара. Низағта ҡатнашҡан һәр кемгә яҡын арала хоҡуҡи баһа бирелеренә ышанам.
Бөтәбеҙ ҙә яҡшы белә, быйылғы йыл республика менән Рәсәй генә түгел, ә бөтә донъя өсөн бик ауыр килә. Бында коронавирус эпидемияһы ла бар, уның менән көрәш, хәлде бөтөргөс үҙ-үҙеңде ҡурсалау режимы, иҡтисадтағы көрсөк тә. Йөҙәрләгән һәм меңәрләгән кешеләр эш урындарын юғалтты.
Дәүләт халыҡҡа ярҙам итер өсөн быға тиклем булмаған сараларҙы күрә. Тетрәнеүҙәр бөтәбеҙгә лә етә, ағымдағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн берҙәм эшләргә кәрәк. Тәү сиратта иҡтисадта һәм йәмғиәттә тотороҡлолоҡ булыуы мотлаҡ.
“Башҡортостан сода компанияһы” стратегик предприятие, уның тауарына республикала ла, Рәсәйҙә лә бик күп производствалар сылбыры бәйләнгән. Был – унар мең кешеләр эшләгән ҙур заводтар. Беҙгә бер нисек тә сода етештереү эшмәкәрлеген туҡтатырға ярамай. Был иҡтисадҡа бик ауыр бәреләсәк, уны бөтәһе лә тоясаҡ. Сеймал проблемаһын нисек булһа ла хәл итергә кәрәк.
Мин бөтәһен дә хис-тойғоларҙы ситкә ҡуйып торорға саҡырам, улар кешеләрҙе уйланмаған аҙымға, закон боҙоуға этәрә. Цивилизациялы диалог булдырыу кәрәк. Тик ошо саҡта ғына яҡтар бер-береһен ишетәсәк, ныҡлап проблеманың айышына төшөнәсәк һәм бер уртаҡ ҡарар табасаҡ. Бөтәбеҙ ҙә быны теләһәк, был мөмкин. Дәүләт Йыйылышы был проблеманы хәл итеүҙә бик яуаплы ҡатнашасаҡ”, – тине Константин Толачев.