Даирә
+22 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Август 2020, 19:38

Икенсе флешмоб әҙерләнә

“Башҡортостан сода компанияһы” яҡлылар 15 мең кеше ҡатнашлығындағы тағы бер флешмоб үткәрергә йыйына. Был турала республика профсоюзынан хәбәр иттеләр.

“Беҙҙең икенсе флешмобҡа әҙерлек башланды, унда Башҡортостандың башҡа райондарынан да кешеләр киләсәк – төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан, унда кикбоксерҙар, көрәшселәр ҡатнашасаҡ. Бөтәһе 15 мең самаһы кеше булыр тип көтөлә”, – тине ойоштороусылар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 августа Ҡуштауҙағы беренсе флешмобта өс мең кеше ҡатнашҡайны. Флешмоб форматында үткәрелгән протест акцияларында Стәрлетамаҡтың химия предприятиелары хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән “БСК”, Ишембай, Өфө, Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Бөрйән, Туймазы, Ғафури, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Шишмә, Хәйбулла райондарының профсоюз әүҙемселәре һәм республиканың Бокс федерацияһы вәкилдәре ҡатнашты.
Әлшәй районының профсоюз ойошмаһы вәкилдәре белдереүенсә, уларҙан флешмобта 40 самаһы кеше ҡатнашҡан. Улар – Ҡуштауҙағы хәлдәргә битараф булмаған урындағы кешеләр.
– Беҙ әлеге ваҡытта Ҡуштау янында барған ваҡиғаларҙы күреп торабыҙ. Мин республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбировҡа ышанам, һәм әле уға нисек ауыр икәнлеген, был мәсьәлә буйынса уның ниндәй ҙур ауырлыҡ менән ҡарарҙар ҡабул иткәнен аңлайым. Һәр беребеҙ кеүек үк ул беҙҙең тәбиғәттең, шихандарҙың матурлығын аңлай. Тик уның иңендә эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янаған кешеләр алдында ла ҙур яуаплылыҡ ята, улар туғыҙ мең самаһы кеше, – тине Әлшәй районы кешеһе Илдус Мөлөков.
Фото: "Башинформ".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: