Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Август 2020, 19:18

БСК-ны яҡлап флешмоб ойошторолдо

15 августа Ҡуштау шиханы янында БСК-ны яҡлап флешмоб үтте. Унда өс мең самаһы кешеһе йыйылды. Акцияла ҡатнашыусылар белдереүенсә, халыҡ бында “Сода”ны, стәрлетамаҡтарҙы яҡлау һәм гражданлыҡ позицияһын күрһәте өсөн килгән.

“Беҙ заводҡа “Эйе!”, БСК-ға “Эйе!”, Ҡуштау сеймал базаһына “Эйе!” тип әйтергә теләйбеҙ. Бөгөн был яланда күп ҡалалар һәм райондар вәкилдәре йыйылды, содовиктар ғына түгел. Беҙ егерме йыл буйы заводыбыҙ өсөн сеймал проблемаһын хәл итеүҙе көттөк, ул сеймалһыҙ тонсоға. Беҙгә быйыл – 75 йыл. Заводты ата-бабаларыбыҙ һуғыштан һуң төҙөгән. Һәм хәҙер беҙгә сеймал кәрәк, беҙгә артабан йәшәргә, үҫешергә, эшләргә, ғаиләләребеҙҙе ашатырға, Стәрлетамаҡты, республиканы һәм Рәсәйҙе киләсәк менән тәьмин итергә кәрәк”, – ти флешмобта ҡатнашыусылар.
– Беҙ бөгөн хеҙмәттәштәребеҙ менән бында килдек. Документтарға ярашлы Ҡуштауҙағы ятҡылыҡты үҙләштерә башланыҡ. Урындағы кешеләргә ҡайғыраһы түгел. Тау үҙе ҡаласаҡ. Беҙ кариес методы буйынса ипләп кенә эзбизташты аласаҡбыҙ. Ә тирә-яҡтағы кешеләр тыныс ҡына йәшәй һәм ял итә ала. Ә беҙҙең предприятие эшләйәсәк. Һәм миңә элекке кеүек ғаиләмде ашатыу мөмкинлеге буласаҡ, – тине 66-сы контроль-үлсәү приборҙарын ремонтлау цехы мастеры Павел Лазерев.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: