Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Август 2020, 18:30

Йәне юҡтыр был ҡатындың...

Былтыр май айында баш ҡалала, “Мир фирмаһы” туҡталышы эргәһендә бер йәш ҡатын велосипедта китеп барған туғыҙ йәшлек баланы тапауын, малайҙың урында уҡ йән биреүен матбуғат саралары хәбәр иткәйне.

Мәғлүм булыуынса, был эш йылдан ашыу тикшерелгән, бихисап судтар булған. Йәш ҡатын ғәйебен танырға йыйынмай һәм үҙен шартлы язаға хоҡуҡлы тип иҫәпләй. Суд уны ике йылға колонияға оҙатырға тигән хөкөм ҡарары сығарған, әммә был яза ун йылға кисектерелгән.
Әммә ошо көндәрҙә был хәлдең тағы бер башҡа һыймаҫлыҡ үҙенсәлеге асыҡланды. Баҡһаң, баланың ғүмерен өҙгән ҡатын үҙенең адвокатын судҡа биргән! Асыҡланыуынса, ҡатын яҡлаусы хеҙмәте өсөн уға 100 мең һум рәсми гонорар түләгән, унан тыш, “йомшағыраҡ” хөкөм ҡарары юллаһын өсөн, вазифалы кешеләргә ришүәт бирергә тип, тағы ла бер миллион ярым һум аҡса биргән. Адвокат иһә был аҡсаны үҙендә ҡалдырған, “тейешле кешеләргә” таратмаған. Баҡһаң, баланы үлтергән ҡатын үрҙә телгә алынған хөкөм ҡарары менән риза түгел, был хәлдән ул бөтөнләй язаһыҙ, йәғни шартлы срок менән генә ҡотолорға хыяллланған!
Беренсе суд инстанцияһы ысынлап та ул теләгән хөкөм ҡарарын сығарған: тәүҙә водителде ике йылға шартлы срокка хөкөм иткәндәр, өс йыл һынау осоро биргәндәр. Унан тыш, мәрхүм баланың ата-әсәһенә ярты миллион һум матди зыян да түләргә тейеш булған.
Әммә аппеляция инстанцияһы был ҡарар менән килешмәгән, ҡатынды ике йылға колонияға оҙатҡан. Әйтеүебеҙсә, быныһы ла ун йылдан һуң ғына тормошҡа ашырға тейеш.
Авария яһаған ҡатын иһә бының менән килешмәй, имеш: адвокаты уны алдаған һәм ҙур сумманы үҙләштергән тип, яҡлаусыһын судҡа биргән. Адвокат аҡсаны алыуын таныған, әммә “йомшаҡ” хөкөм ҡарарын аҡса өсөн түгел, фәҡәт үҙенең һөнәри оҫталығы менән яуланым тигән.
Әйткәндәй, был ҡатын баланың ата-әсәһенә суд ҡарары талап иткән ярты миллион һумды түләргә йыйынмай – “аҡсам юҡ” тип әйтә, имеш...
Һаҡһыҙлығы, яуапһыҙлығы менән бер ғаиләнең тормошон селпәрәмә килтергән, ғәйепһеҙ баланың ғүмерен өҙгән ҡатын, үҙен ғәйепле тип таныу түгел, үкенес һәм намыҫ ғазабы тигән тойғоларҙы бөтөнләй белмәй, ахыры. Йәнһеҙлекме, йүнһеҙлекме?
Фото:cs9.pikabu.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан
Читайте нас в