Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Август 2020, 18:54

Рәмил, ҡайҙа һин?

Баш ҡалала йәшәгән малайҙы дүртенсе көн эҙләйҙәр."Лиза Алерт” эҙләүселәр отряды хәбәр итеүенсә, Рәмил исемле малай 10 августа Өфөлә юғалған.

Уға 11 йәш. Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, үҫмер өйөнән сығып киткән дә, әйләнеп ҡайтмаған.
Әйтеүҙәренсә, Рәмил медицина ярҙамына мохтаж.
Буйы – 153 сантиметр тирәһе, уртаса кәүҙәле, асыҡ-көрән сәсле, зәңгәр күҙле.
Ҡара футболка һәм кепка, күк спорт салбары кейгән булған.
Әгәр малайҙы күреүселәр булһа, 8(800)700-54-52 йәки 112 телефондары буйынса шытыратыу һорала.
Фото: “Лиза Алерт” төркөмөнән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан сайтынан алынды
Читайте нас: