Даирә
+5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Август 2020, 21:20

Кәүҙәһен мунсала тапҡандар

Бөрйән районы үҙәгендә фажиғә – 17 йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән.

Аяныслы хәл Яңы Собханғол ауылында булған. Ҡыҙҙың кәүҙәһен ата-әсәһе мунсала тапҡан. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Ҡыҙ быйыл Өфөләге колледждарҙың береһендә тәүге курсты тамамлағаны мәғлүм. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиға урынынан телефон һәм башҡа тикшереү талап иткән әйберҙәрҙе алған.
Ҡыҙҙы үҙенә үҙе ҡул һалырға нимә этәргән – быныһын хоҡуҡ һаҡлау органдары асыҡлаясаҡ. Уның, шулай уҡ, бер ниндәй яҙма-фәлән дә ҡалдырмағаны билдәле.
Ғүмере бик иртә һәм аяныслы өҙөлгән ҡыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото: lh3.googleusercontent.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: