Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Август 2020, 20:55

«Үгеҙҙәр һимерттек, бәпәй яһау өҫтөндә эшләнек»

Бөтә донъяның аҫтын өҫкә килтергән, айырыуса сәхнә халҡына ҡырын һуҡҡан коронавируслы йылдың йәйе үтеп бара.

Бөтә донъяның аҫтын өҫкә килтергән, айырыуса сәхнә халҡына ҡырын һуҡҡан коронавируслы йылдың йәйе үтеп бара. Йырсыларҙы оҙон «каникулдар» арытҡанмы? Йәйҙе нисек үткәргәндәр? Ҡайҙарҙа, нисек ял иткәндәр?
Йырсылар Зинира һәм Ризат Рамаҙановтарҙың ғаилә тормошонда был йәйҙә бер мөһим ваҡиға булырға оҡшап тора. «Зинира ла, мин дә тәмле итеп бәлеш бешерергә өйрәндек. Бәпәй яһарға тырыштыҡ. Тиҙҙән яңылыҡтар билдәле булмағайы. Ә, юҡ, ҡотларға ашыҡмағыҙ әле. Яһарға тырышалар тип кенә яҙығыҙ. Беренсе маҡсат – бәлеш бешерергә өйрәнеү, икенсеһе – бәпәй яһау ине. Беренсеһен булдырҙыҡ бит, икенсеһенә лә йыраҡ ҡалмағандыр тип уйлайым», – ти Ризат, уйынын-ысынын бергә ҡушып.
Фото:100biografiy.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: