Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Август 2020, 21:35

Ҡатын менән баланы бәрҙергәндәр

Авария мәле яҙылған видеоны тыныс ҡына ҡарап та булмай - көслө бәрелеүҙән йәйәүлеләр бер-ике метр ары осоп барып ята.

14 август көндөҙ Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә тағы бер ҙур авария теркәлгән. Комаров урамында Toyota rav4 йәйәүлеләр үткәүелендә 6 йәшлек ҡыҙын етәкләп сығып барған ҡатынды бәрҙергән. Авария мәле яҙылған видеоны тыныс ҡына ҡарап та булмай - көслө бәрелеүҙән йәйәүлеләр бер-ике метр ары осоп барып ята.
Сит ил автомобиле руле артында - 20 йәшлек Өфөлә йәшәүсе ҡыҙ. Водителдең һүҙҙәренсә, ул юлды светофорҙың янып-һүнеп торған йәшел төҫөнә сығып барған һәм үткәүелдәге йәйәүле ҡатын менән баланы яндан барған автобус арҡаһында күрмәгән. Зыян күреүселәр ҙә уларға табан елгән транспортты абайлап өлгөрмәгән, бер фараз буйынса, ҡатын юл аша сығып барғанда телефондан һөйләшкән. "Автомобиль светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтамайынса үтеп бара ине" - быныһы ситтәге шаһиттың һүҙҙәре.
Тапалған ҡатын менән баланы дауаханаға оҙатҡандар. Улар икеһе лә бик ауыр хәлдә, тип хәбәр ителә яңылыҡтарҙа. Был осраҡта кем ғәйепле, хәл-ваҡиға нисек булған - быныһына хоҡуҡ һаҡсылары, авария сәбәптәрен тикшергәс, дөрөҫ баһа бирер тип ышанабыҙ.
Фото:instagram.com/bash.dtp.official
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: