Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Август 2020, 21:10

30 секундта кәйеф күтәрә торған 12 алым

Белгестәр был һәләттәге кешеләр өсөн тиҙ арала кәйефте күтәрә торған алымдар барлығын асыҡлаған.

Байрам алды. Кәйеф былай ҙа күтәренке тип әйтерһегеҙ. Яңылышаһығыҙ! Байрам рухы булмаған кешеләр ҙә бар бит әле. Кәйеф китек, йөҙ һытыҡ, бөтә донъяһын йыраҡҡа олаҡтыраһы килә. Белгестәр был һәләттәге кешеләр өсөн тиҙ арала кәйефте күтәрә торған алымдар барлығын асыҡлаған.
1. Таныш түгел кеше менән һөйләшегеҙ
Тикшеренеүҙәр күрһәткәнсә, күҙҙәр менән осрашыу һәм йылмайыу үҙенән-үҙе кәйефте күтәрә. Тикшереп ҡарағыҙ әле, ул ысынлап та «эшләй». Бер нисә кәлимә һүҙ ҙә алышһағыҙ, кәйеф тағы ла күтәреләсәк. Һөйләшеү темаһы мөһим дә түгел бында. Кешеләр аралашыуҙан позитив ала. Шуға күрә һеҙҙең кемгә лә булһа комплимент әйтәһегеҙ килә икән, ҡыйынһынмағыҙ – әйтегеҙ.
2. Йылмайығыҙ
Һеҙ быға ҡәҙәр ишеткәнһегеҙҙер, тағы бер ҡат ҡабатлайбыҙ: йылмайығыҙ! Был һеҙҙең кәйефегеҙгә туранан-тура тәьҫир итә. Тикшереп ҡаранығыҙмы?
3. Сәй йә кофе эсегеҙ
Кофеин кәйефте күтәрергә һәләтле. Ләкин ҡайһы бер кешеләрҙе ул ярһыта. Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк!
4. Елкәләрегеҙҙе күтәрегеҙ
Көс ҡуйып елкәләрегеҙҙе ҡолағығыҙға табан күтәрегеҙ һәм тиҙ генә төшөрөгөҙ. Еңелерәк булып ҡалғанын һиҙеп, гәжәпләнерһегеҙ.
5. Музыка тыңлағыҙ
Интернетҡа инегеҙ ҙә еңел һәм күңелле көй табығыҙ. Һәм шуны ҡат-ҡат тыңлағыҙ. Кәйефегеҙ күтәреләсәк!
6. Тәҙрә аша яҡтылыҡҡа ҡарағыҙ
Беҙ көнө буе яһалма яҡтылыҡ аҫтында ултырабыҙ. Күҙҙәргә, бигерәк тә баш мейеһенә, ҡояш яҡтыһы кәрәк. Һеҙҙең кәйефегеҙгә лә!
7. Урамға сыҡһағыҙ, тағы ла яҡшы
Дөрөҫ, был 30 секунд эсендә башҡарыла торған эш түгел. Ләкин 30 секунд саф һауа һулағандан һуң кәйефегеҙ яҡшырасағына шигебеҙ юҡ.
8. Дуҫығыҙға шылтыратығыҙ
Социаль элемтәләр кешеләр өсн бик мөһим. Ә яҡындар менән һөйләшеү тағы яҡшыраҡ. Фейсбуктағы иҫәпһеҙ-хисапһыҙ дуҫ реаль дуҫтарҙы алыштыра алмай, билдәле.
9. Ҡосаҡлашығыҙ
Был инде раҫланған: ҡосаҡлашҡан ваҡытта организмда окситацин дәрәжәһе арта. Ә ул бәхет гормоны.
10. Бейегеҙ
Ҡатыраҡ һикереп бейегән һайын үҙегеҙҙе бәхетлерәк хис итерһегеҙ.
11. Социаль селтәрҙәрҙе ябығыҙ
Тикшеренеүҙәр раҫлауынса, социаль селтәрҙәге дуҫтарҙың лентаһын күҙәткәндән һуң ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен уңышһыҙ итеп хис итә башлай. Ә ул һеҙгә кәрәкме? Уҡымағыҙ! Кеше тормошон тикшереп ултырғансы, үҙегеҙҙекен көйләгеҙ.
12. Ми-ми-ми
Бер маҡсатһыҙ интернет донъяһында йөрөгәнсе, ваҡытығыҙҙы файҙалыраҡ итеп үткәрегеҙ: хайуандар, балалар тураһындағы ҡыҙыҡлы видеолар ҡарағыҙ.
Фото: Avto.goodfon.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас в