Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Август 2020, 17:54

ЙОНДОҘНАМӘ (17 – 23 август)

ҠУҘЫЯңы танышлыҡтар, яңы эш тәҡдим итеүҙәре ихтимал.

Бәхәсле хәлдәр килеп тыуһа, тәжрибәле кешеләрҙән кәңәш һорағыҙ, үҙегеҙгә генә ышанмағыҙ. Аҙна аҙағында ял итегеҙ, ваҡытты ғаиләгеҙ һәм дуҫтарығыҙ менән үткәрегеҙ.

БУҒА
Барлыҡ планлаштырған ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырып өлгөрөү өсөн һеҙгә саҡ ҡына етеҙерәк булырға кәрәк. Өй һәм ғаиләгеҙ бер аҙ онотолһа ла, эштә барыһы ла яҡшы буласаҡ. Был осорҙа килгән тәҡдимдәрҙән баш тартмағыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР
Үҙегеҙ өсөн һайлаған йүнәлештән баш тартмағыҙ. Кем нимә тип әйтһә лә, һүҙегеҙҙә ныҡ тороғоҙ, һеҙ дөрөҫ юлда. Хыялдарығыҙ күп, тик уларҙың барыһы ла тормошҡа ашмауы ихтимал.

ҠЫҪАЛА
Яңғыҙҙар өсөн уңышлы мәл. Аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙә һаҡ булығыҙ, уйлап эш итегеҙ. Бурысҡа бирмәү хәйерле. Һаулығығыҙға иғтибар итегеҙ, айырыуса ашҡаҙанға.

АРЫҪЛАН
Ым-ишараларға иғтибар итегеҙ, улар һеҙгә дөрөҫ юл күрһәтәсәк. Шәхси тормошоғоҙ алғы планға сығасаҡ. Ошо сәбәпле эшегеҙ бер аҙ туҡтап торор, тик барыһы ла яҡшы буласаҡ.

ҠЫҘ
Күсемһеҙ милек менән эштәр өсөн уңышлы мәл. Бурысҡа аҡса алмаҫҡа тырышығыҙ, ҡайтарыуы ауыр буласаҡ. Көндәр һалҡын торһа, сирләп китеүегеҙ ихтимал.

ҮЛСӘҮ
Был аҙнала күңелегеҙгә ятҡан кешеләр менән генә аралашырға тырышығыҙ. Быйыл ял итмәгәнһегеҙ икән, ваҡыт етте. Тәбиғәткә сығып, яҡындарығыҙ менән ял итеү ҡыуаныс килтерер.

САЯН
Эштәрегеҙ ҙә, бурыстарығыҙ ҙа бик күп. Алдан планлаш­тырһағыҙ һәм унан тайпыл­маһағыҙ, барыһына ла өлгөрә­сәкһегеҙ. Аҙна аҙағында һеҙҙе бүләк көтә.

УҠСЫ
Шик һәм ҡурҡыуҙарығыҙҙы ситкә ҡуйып тороғоҙ, улар һеҙгә яңы башланғыстарығыҙҙа ҡамасаулаясаҡ. Проблемалар тураһында әлегә яҡындарығыҙға һөй­ләмәгеҙ, яҡшыға килтермәҫ. Балаларығыҙ тураһында онотмағыҙ, уларға иғтибар кәрәк.

ЫЛАҠ
Ошо арала осрашҡан һәм аралашҡан кешеләрҙән файҙа алырға тырышығыҙ. Ә бына яҡындарығыҙ менән һағыраҡ булығыҙ, уларҙың уйламайынса зыян килтереүе бар. Эш өсөн уңышлы аҙна, тик һаулығығыҙҙы ла онотмағыҙ.

ҺЫУҒОЯР
Был осорҙа яһаған хата­ларығыҙ өсөн борсолмағыҙ. Һуңғараҡ уларҙы төҙәтеү мөмкинлеге булыр. Берәй кеше оҡшай икән, уға был турала әйтегеҙ.

БАЛЫҠ
Яҡын кешегеҙ менән бәхәстәрҙән ҡасып булмаҫ. Иғтибарһыҙлығығыҙ арҡаһында эштә лә проблемалар тыуыуы бар. Ҡайһы бер эштәрҙе бер нисә ҡат башҡарырға тура килер.
Башҡортостан гәзите сайтынан
фото Т.Роза
Читайте нас: