- Винерита Марс ҡыҙы, иң элек һандарға туҡталып китәйек әле. Районда коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар күпме?
- Ауырыу башланғандан алып район биләмәһендә барлығы 191 кеше ауырыған. Әлеге ваҡытта 70 кеше күҙәтеү аҫтында, 39 кеше стационарҙа дауалана, 31 ауырыу амбулатор дауаланыу ала, 114 кеше һауыҡҡан. Улар араһында йөклө ҡатындар һәм балалар булмауы яҡшы, әлбиттә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханаға һуңлап мөрәжәғәт итеү сәбәпле, әлеге ваҡытта бер пациент ауыр хәлдә реанимацияла ята. Хәл былай була. Ауырыуҙың ҡатыны ОРВИ диагнозы менән өйҙән тороп терапевта дауаланыу ала. Табип уларҙың йортона тикшерергә барғанда, ирҙең ҡаты итеп йүткереүен ишетеп, кисекмәҫтән дауаханаға барырға тәҡдим итә. Рентгенография үткәндән һуң уның үпкәһендә 2-3 дәрәжәләге ике яҡлы пневмония булыуы асыҡлана.Иң аяныслыһы шул - беҙҙең халыҡ үҙ сәләмәтлегенә һалҡын ҡарай. Ҡатынға иренең ауырыуы, тиҙ арала дауаханаға һалырға кәрәклеге тураһында шылтыратып әйткәс, беҙҙә өмә бара әле, тауыҡ һуябыҙ, тип яуаплауын нисек аңлатырға?
- Бындай хәлгә юл ҡуймау өсөн ауырыуҙың ниндәй симптомдарын тойғанда дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк?
- Ковид-19 инфекцияһы ауырыуына киҫкен респираторлы-вируслы инфекция ауырыуының симптомдары хас. Тән температураһының 38-39 градусҡа тиклем күтәрелеүе, фарингит, ринит, тамаҡ шешеүе, ҡоро йүтәл, баш ауыртыуы, тын алыуы ауырлашыуы кеүек билдәләр тойғанда, участка терапевын йортҡа саҡыртырға кәрәк. Табип ауырыуҙың хәлен тикшергәндән һуң артабан нисек дауаларға хәл итә. Дауаханаға һалыу кәрәк булмаған осраҡта, коронавирус инфекцияһы диагнозы булыу-булмауы раҫланғансы пациент киҫкен респираторлы-вируслы инфекцияһы диагнозы менән 14 көнгә үҙ аллы изоляцияға ебәрелә, был ваҡыт эсендә эшләгән кешеләргә больничный ҡағыҙы асыла. Шуныһы аяныс, ҡайһы берәүҙәр был осорҙа кешеләр менән аралашыуын һәм эшкә йөрөүҙәрен дауам итәләр. Шулай, районда маршрут автобусының водителе ауырығандан һуң да руль артында йөрөгән...
“Тиҙ ярҙам”ды тән температураһы 38 градустан артҡанда, экстрен ярҙамға мохтаж булғанда ғына саҡыртырға мөмкин. Хәҙер һәр бер “Тиҙ ярҙам” машинаһында, ҡабул итеү пункттарында, участка терапевтарында бармаҡ аша кислород етешеүен (сатурация кислорода) үлсәй торған аппараттар бар. Әгәр ауырыуҙа кислород етешеүе 90 проценттан әҙ, быуылыу 22 проценттан күберәк булһа, уның хәле киҫкен һанала һәм тиҙ арала дауаханаға һалыу талап ителә. Өлкәндәрҙә кислород етешеүе 95-100 процент тәшкил итергә тейеш.
- Коронавирус инфекцияһын нисек билдәләргә була?
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ).
Гөлсәсәк Аласоваәңгәмәләште.