Телефондан башҡа ул үҙе менән бер нимә лә алмаған.
Артур юғалған саҡта, 2,5 йыл элек уның апаһы Аида был ваҡиға тураһында “КП-Уфа” баҫмаһына түбәндәгеләрҙе һөйләгән.
– Ул бер, ике көнгә сығып киткәне бар ине, ул саҡта һәр ваҡыт үҙе менән әйберҙәрен, ҡолаҡсындарын ала ине. Ул даими рәүештә интернетта күренә, телефонын тоҡандырып ала торғайны. Ә был юлы планлаштырылған сығып китеүгә оҡшамаған: портфеле өйҙә, бер тапҡыр ҙа телефонын тоҡандырманы. Ноутбугы ла өйҙә ята, – тигән Аида.
Әле Артурҙы “Поиск детей – Уфа” ирекмәндәре эҙләй. Улар ниндәй сәбәп менән 2,5 йыл элек юғалған кешене яңынан эҙләй башларға булғандыр, билдәһеҙ. Бәлки уларҙа яңы мәғлүмәттәр барҙыр.
Егеттең билдәләре шундай: буйы 170 сантиметр самаһы, ҡаҡса кәүҙәле, күҙҙәре йәшел төҫтә, сәстәре ҡара, оҙоная башлаған. Юғалған көнөндә ҡара-күк куртка, зәңгәр джинсы салбар, ҡара осло көрән ботинки кейгән.
Артурҙың ҡайҙалығы тураһында мәғлүмәттәрегеҙ булһа, 8-927-969-89-19 йәки 02, 102 телефондарына шылтыратығыҙ.