Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Август 2020, 17:49

Хозур осор хәүефлегә әйләнмәһен

Йәйге эҫе көндәрҙе барыбыҙ ҙа көтөп алабыҙ. Хозур осорҙо күңелһеҙ хәлдәргә тарымай, матур итеп үткәреү өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫ. Улар тәбиғәт ҡосағындағы именлеккә ҡағыла.

Аҙашып ҡуймағыҙ

Статистика күрһәтеүенсә, республикала ай һайын (яҙ-көҙ айҙарында) урман-ҡырҙарҙа 10–20 самаһы кеше юғала. Бигерәк тә Ирәмәл тауына күтәрелергә теләүселәр араһында аҙашҡан кешеләр күп теркәлә.

Ошондай хәлдәргә тарымаҫ өсөн туристарға бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ:
Аяҡ кейемегеҙ уңайлы, таймай торған табанлы, ныҡлы булһын. Баш кейеме алырға онотмағыҙ. Өҫтөгөҙгә сағыуыраҡ кейем һайла­ғыҙ, аҙашҡан осраҡта ҡотҡарыу­сыларға һеҙҙе эҙләп табыу еңелерәк буласаҡ.

Тәбиғәткә юлланғанда үҙегеҙ менән компас, бысаҡ, бер аҙ эсәр һыу һәм ризыҡ алығыҙ. Әгәр даими рәүештә дарыу ҡулланһағыҙ, был хаҡта ла алдан хәстәрлек күрегеҙ. Ашығыс хеҙмәттәрҙең телефон һандарын кеҫә телефонығыҙға яҙып ҡуйығыҙ.

Әгәр ҙә аҙашһағыҙ, ғауғаға би­релмәгеҙ. Тирә-йүнде иғтибар ме­нән тыңлағыҙ – тауыштар, машина шауы, эттәр өрөүе ишетел­мәйме? Әгәр ниндәй ҙә булһа тауыш ишет­һәгеҙ, шул яҡҡа табан барығыҙ. Атлаған ыңғайы билдәләр ҡалды­рығыҙ: ботаҡтарҙы һындырырға, таштарҙан уҡ яһап китергә, ҡы­уаҡтарға сепрәк бәйләргә мөмкин. Был тамғалар һеҙҙең үҙегеҙгә лә, ҡотҡарыусыларға ла ярҙам итәсәк.

Мөмкин булһа, ағас башына менеп, тирә-йүнде байҡағыҙ. Бейектән йорттар, берәй юл күренеүе ихтимал, ул саҡта хәрәкәт йүнәлеше дөрөҫ билдәләнәсәк.

Әгәр ҡайһы яҡҡа барырға белмәһәгеҙ, шул урында ҡалығыҙ. Мөмкин тиклем нығыраҡ тауыш сығарырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, таяҡ менән ағастарға һуғығыҙ, урманда шаңдау бик алыҫҡа тарала. Әгәр сығыу юлын таба алмаһағыҙ, ҡараңғы төшмәҫ элек йоҡлар урын хәстәрләгеҙ, ул ҡалҡыу, ҡоро ер йәки ҙур ағас булһын.

Һыуҙа һаҡ булығыҙ

Йылға-күл буйҙарында рәхәт­ләнеп ял итеү, һыу инеү өсөн иң тәүҙә ҡулай һыу ятҡылығы һай­ларға кәрәк. Әгәр пляжға барырға уйлаһағыҙ, уның махсус йыһаз­ландырылған, ҡомло ярлы булыуы хәйерле. Ҡала ситендәге йылға-күлдәрҙәге һыуҙың таҙалығына иғтибар итегеҙ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы халыҡҡа яһаған иҫкәртеүҙәренән өҙөктәр килтереү урынлы булыр:

Ҡояшлы, елһеҙ көндә, һыу тем­ператураһы 17-19, һауа темпе­ратураһы 20-25 градус торғанда һыу инеү хәйерле. Бер ингәндә 10-15 минуттан артыҡ булыу кәңәш ителмәй. Оҫта спортсыларҙы ла йыш харап иткән бәлә – көҙән йыйырыу тән темпе­ратураһы төш­кәндә хасил була. Көҙән йыйыра башлау менән һыуҙан сығыу талап ителә. Ундай мөмкинлек юҡ икән, түбәндәге кәңәштәр бирелә:

l арҡаға ятып ял итергә, йөҙөү стилен алмаштырырға;

l мөмкинлек бар икән, буйһон­май башлаған тән ағзаһына осло әйбер (энә, булавка) менән сәнске­ләргә;

l бармаҡтар ҡата башлай икән, көс менән усты йоҙроҡҡа йомар­ларға, һелтәнергә һәм йоҙроҡто кире яҙырға;

l балтыр тота икән, шул яҡ табанды ике ҡул менән тотоп, тубыҡ­ты көслө итеп ҡыҫып бөкләргә;

l ботто көҙән йыйыра икән, бәкәлдән тотоп, тубыҡты бөкләп аяҡты тышҡы яҡтан арҡаға табан ҡайырырға.

Йылға алҡынына эләккәндә, ағымға ҡаршы хәрәкәт итмә­йенсә генә, ярға йүнәлергә кәрәк. Йылға өйөрмәһенә эләккәндә иң мөһиме – сәбәләнмәҫкә, күберәк тын алып һәм сумып хәүефле урындан һыу аҫтынан йөҙөп сит­ләшергә. Ылы­мыҡҡа бутал­һағыҙ, ҡырҡыу хәрәкәттәр яһамаҫҡа, яй ғына килгән яҡҡа кире сығып ҡа­рарға. Үлән ебәрмәй икән, башта ҡулдарҙы бушатып, һуңынан аяҡтарҙы ысҡындырырға.

Төп ҡағиҙәләр:
l бер ваҡытта ла эскән килеш һыу инмәҫкә;
l таныш булмаған урында суммаҫҡа;
l ҡулдан эшләнгән йөҙөү яйланмаларын (һал, камера һәм башҡа) файҙаланмаҫҡа;
l текә йә батҡыл ярлы, көслө ағымлы йә һыу үләне ныҡ таралған урындарҙа һыу инмәҫкә;
l кәмә эсенән һыуға һикер­мәҫкә;
l халыҡ һыу ингән урындарҙа кәмә, катер, гидроциклдарҙа йөрө­мәҫкә.

Батып барыусыға нисек ярҙам итергә:
Батып барыусы кешене күр­һәгеҙ, ә эргәлә ҡотҡарыусылар булмаһа, уның янына йөҙөп барып, сәсенән йәки эйәгенән тотоп, ярға табан йөҙөгөҙ. Бәләгә тарыусының йөҙө һыу өҫтөндә булыуы мөһим. Артабан беренсе ярҙам күрһәтергә кәрәк. Тәүҙә өҫкө тын юлдарын та­ҙартығыҙ, тел төбөнә бармаҡ ме­нән баҫып, ҡоҫоу рефлексын ҡуҙ­ғытығыҙ. Әгәр был алым ярҙам итмәһә, ҡаза күреүсене бөгөлгән тубығығыҙға йөҙтүбән һалып, арҡа­һына (күкрәк ситлегенә) баҫып, тын юлдарына тулған һыуҙы сығары­ғыҙ. Унан инде батыусыны арҡа­һына һалып, яһалма һулыш һәм йөрәккә тура булмаған массаж эшләгеҙ.

Йәшендән йәшенегеҙ

Быйыл йәй ҡоро килһә лә, һуңғы йылдарҙа күк күкрәп, йәшенләп яуған ямғырҙар йышайҙы. Былтыр Башҡортостанда ошоға бәйле фажиғәләр ҙә теркәлде.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы ялағай, күк күкрәү ваҡытында һаҡ­лыҡ сараларын мотлаҡ күҙәтергә саҡыра:

l яҡын-тирәлә ышыҡ урын булмаһа, ергә ятығыҙ йәки башығыҙҙы тубыҡтарға тиклем эйеп, сүкәйегеҙ;

l металл әйберҙәрегеҙҙе тиҙ генә сисегеҙ, мобиль телефо­нығыҙҙы һүндерегеҙ;

l һыу инеп йөрөһәгеҙ, һыуҙан сығығыҙ, ярҙан ситкә китегеҙ;

l яңғыҙ ағас төбөндә ултыр­мағыҙ – йәшен йышыраҡ бейек объекттарҙы һайлай;

l өйҙә булһағыҙ, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ. Тәҙрәнән ҡарамағыҙ. Мейескә, каминға ут яҡмағыҙ – йәшен уғына эҫе һауа еңелерәк бирелә.

Йәшендә көслө электр заряды тупланған. Кешене йәшен тулҡыны бер нисә метрға ырғыта ала. Шул ваҡытта мейе һелкенеүе, һөйәк һыныуы ихтимал. Йәшен уты эләккән кеше иҫендә булһа, уға утыҙ тамсы корвалол эсерегеҙ, ҡыҫып торған кейемен бушатығыҙ, өҫтөнә һыу бөркөгөҙ. Янған урынын эшкәртеп бәйләгеҙ һәм дауаханаға алып барығыҙ.

Кеше иҫһеҙ булһа, уны арҡа­һы­на ятҡырығыҙ һәм нашатырь спиртына сылатылған мамыҡты танау тирәһендә тотоғоҙ. Әгәр ҙә ул тын алмаһа, “Ашығыс ярҙам” килгәнсе, уға яһалма һулыш һәм йөрәккә тура булмаған массаж эшләгеҙ.

Ҡайһы берәүҙәр йәшен атҡан кешене тупраҡҡа күмә. Былай эшләргә ярамай, был тик зыян килтерә: яра урынына бысраҡ тула, кешенең тын алышы ауырлаша, тәне һыуына, ҡәҙерле ваҡыт юғала.

Йылан саҡһа

Йыландар бер ҡасан да юҡҡа саҡмай. Ул үҙенә хәүеф янаһа, һаҡланыу маҡсатында кешене сағыуы ихтимал.
Бындай бәләгә тарымаҫ өсөн, тәбиғәт ҡосағына сыҡ­ҡанда резина йәки күн итектәр кейегеҙ, салбар балағын итеккә тығып ҡуйығыҙ, һәр саҡ иғтибар менән аяҡ аҫтына ҡарап барығыҙ. Йылан осраһа, уны үлтерергә ашыҡмағыҙ, уға арҡа менән боролмай яйлап ҡына ситкә китегеҙ.

Йылан сағыуының билдәһе: тәндә бер йәки ике бәләкәс кенә яра эҙе барлыҡҡа килә, тешләнгән урын ҡыҙара-бүртә, тын алыуы ауырлаша. Кешенең ҡапыл тән температураһы күтәрелеүе, ҡоҫа башлауы ихтимал. Күреү һәләте ҡырҡа түбәнәйә.
Әгәр янығыҙҙа берәйһен йылан саҡһа, иң алда “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ. Бәләгә тарыған кеше сәбәләнмәһен, мөмкин тиклем әҙерәк хәрәкәтләнһен. Уны ергә горизонталь ятҡырығыҙ. Аяғы сағылған булһа, уны икенсе һау аяҡҡа бәйләгеҙ. Ә яра ҡулда булһа, уны терһәктән бөкләргә кәрәк.

Шунан яра урынына сепрәк һа­лығыҙ ҙа, ун биш-егерме минут да­уамында ауыҙығыҙ менән ағыуҙы һурығыҙ һәм шунда уҡ төкөрөгөҙ! Шул рәүешле организмдағы ағыу­ҙың 20 –− 50 проценты сығып бөтәсәк.

Йылан саҡҡан кешенән ағыуҙы һурырға ҡурҡмағыҙ. Беренсенән, һеҙ ағыуҙы төкөрәһегеҙ, икенсенән, ауыҙ аша эләккән токсик матдә бик аҙ күләмдә, ул һеҙгә бер нисек тә йоғонто яһамаясаҡ.

Шунан яраны йод (спирт, “зеленка”) менән эшкәртегеҙ һәм ҡы­ҫып бәйләгеҙ. Тире туҡымалары шеш­һә, бәйләмде әҙерәк бушаты­ғыҙ. Мөмкинлек булһа, шул урынға боҙ һалығыҙ. Бәләгә тарыусыға күп шыйыҡлыҡ (сәй, һыу, һут) эсер­гә кәрәк, был токсиндарҙың организмдан тиҙерәк сығыуына булыш­лыҡ итәсәк.

Йылан саҡҡан кешегә тәүге яр­ҙам күрһәтелгәс, уға мотлаҡ табип­ҡа күренергә кәрәк. Алты сәғәт эсендә йылан ағыуына ҡаршы прививка эшләнергә тейеш.

Ярамай:
l йылан саҡҡан урынды яндырырға, ҡырҡырға;

l сағылған урындан өҫтәрәк жгут һалырға. Был кешенең хәлен тағы ла насарайта, уның ҡапыл үлеүе ихтимал;

l алкоголь эсеү. Спиртлы эсемлек организмдағы ағыуҙың сығы­уын тотҡарлай, уны тағы ла көсәйтә.

Хайуан тешләгәндә

Эттәр, бесәйҙәр генә түгел, төлкө һәм башҡа йәнлектәр ҙә ҡотороп, кешегә ташланыуы ихтимал. Уларҙың тешләүе аша ҡотороу сирен йоҡторорға мөмкин. Әгәр ике көндә вакцина яһалмаһа, кешенең нервы системаһы ҡаҡшай һәм ул үлә. Хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ, ҡотороуҙан үҙаллы дауаланып булмай!

Ҡотороу сирен йөрөткән хайуан уҫаллығы менән айырыла, уның ша­йығы ағып тора, өргәндә хы­рылдаған тауыш ишетелә. Бындай билдәләр хайуан инфекция­лан­ғандан һуң аҙна самаһы үткәс кенә беленә башлай. Шуға күрә, ниндәй генә хайуан тешләһә лә, тиҙ арала табипҡа күренегеҙ. Әгәр яранан ҡан шәп аҡһа, уны туҡтатырға кә­рәк. Ә яйлап ҡына аҡһа, туҡтатырға ашыҡмағыҙ, ҡан менән бергә инфекция ла йыуылып сығасаҡ. Яра ни тиклем тиҙерәк таҙартылһа, шул тиклем ҡотороу вирусын йоҡтороу мөмкинлеге кәмей. Иң алда теш­ләнгән (сапсылған) һәм хайуандың шайығы эләккән урынды ағып торған һыуҙа ун минут самаһы кер һабыны менән йыуығыҙ. Шунан яраны водород перекисы менән эшкәртегеҙ. Әгәр ошо ике ҡағиҙә теүәл үтәлһә, ҡотороу сире менән ауырыу ҡурҡынысы 90 процентҡа юҡҡа сыға.

Артабан яраның ситенә биш процентлы йод йәки “зеленка” һөртөгөҙ һәм бәйләп ҡуйығыҙ. Ошоларҙы эш­ләгәс, медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ. Мотлаҡ ҡото­роуға ҡаршы иммунизация эшлә­тергә кәрәк, өс ай буйы алты укол һаласаҡтар. Тешлән­гәндең тәүге өс көнөндә яраны тегергә, ситтәрен ҡырҡырға ярамай. Бары ҡан туҡтатыу ниәтендә генә тегергә мөмкин. Хайуандар тешләгәндә яраға уның микроорганизмдары ла эләгә, шуға ла ундай яралар оҙағыраҡ уңала.

фото Т.Роза
Автор: Римма СОЛТАНОВА әҙерләне
Башҡортостан сайтынан
Читайте нас: