Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Август 2020, 00:36

Луиза менән Маратҡа суд башланды

Фотолағы был ҡатынды таныйһығыҙмы? Былтыр бар республиканы һәм илде шаулатҡан кассир Луиза Хәйруллина ул. Бер йыл буйы СИЗО-ла ултырыу уны бик үҙгәрткән. Әйткәндәй, ул яҡшы яҡҡа үҙгәреп, матурланып та киткән кеүек.

Бөгөн Салауат ҡалаһында Луизаның суды башланды. Ултырыш барышында суд Луиза менән Марат Хәйруллиндарҙың эште айырым тәртиптә ҡарау тураһындағы ходатайствоһын кире ҡаҡҡан. Судья Альбина Ҡажабаева аңлатыуынса, Федераль закондың 314 һәм 316-сы статьяларына үҙгәрештәр индерелгән һәм уға ярашлы, эште тик енәйәт еңел һәм урта ауырлыҡта булған саҡта ғына махсус тәртиптә ҡарау мөмкин. Хәйруллиндар ҡылған енәйәт ауыр һынала, шуға күрә уны дөйөм тәртиптә ҡараясаҡтар.
Луизаға килгәндә, ул битлек кейһә лә, фотола йылмайып ултырғаны күренә. Ул сибәрләнеп киткән кеүек. Журналистар менән аралашып, ул СИЗО-ла ултырған осорҙа ҡайғырыуҙан 13 килограммаға ябығыуы тураһында әйткән. Күптәр уның сәстәренең бөҙөрә икәнлеген дә күргәндер.
– Сәсемде үҙем үрҙем, – тигән ул.
Ҡатын-ҡыҙҙың төрмәлә лә матур булып ҡалғыһы килә шул.
Луизаның тарихын күптәр белә. Бер йыл элек ул үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум аҡса урлап, ғаиләһе менән ҡасты. Бер айҙан уларҙы Ҡазанда таптылар. Луизаны СИЗО-ға, ире Маратты өйҙәге һаҡ аҫтына ултырттылар. Аҡсаны ставкалар ҡуйып оттороп бөткән Марат Хәйруллин енәйәт эшендә ҡатнашсы булып танылды. Ғаиләлә ике ҡыҙ үҫә. Луиза СИЗО-ға ултырғаны бирле уларҙы күргәне юҡ.
Уларға нисә йыл бирерҙәр? Быны суд хәл итәсәк. Көтәйек, күп ҡалманы.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: