Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Август 2020, 00:39

Гөлназ Асаева...һатыусыға әүерелгән

Коронавирус пандемияһы һеҙҙең тормошто ғына үҙгәртте тип уйлайһығыҙмы? Эйе, әлеге осорҙа берәүгә лә еңел түгел. Ә фәҡәт кешеләрҙең иғтибарында, йәғни көйәрмәндәр һөйөүендә аҡса эшләгән артистар ҙа бөгөн ауыр осор кисерә, сөнки әлегә барлыҡ мәҙәни саралар тыйылған, концерттар булғаны юҡ.

Әммә йәшәргә кәрәк! Артистарҙың да ғаиләһе, сығымдары бар, шуға улар төрлө юлдар менән аҡса эшләргә тырыша.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, беҙҙең йәш йондоҙобоҙ Гөлназ Асаева эре селтәрле компанияларҙың береһендә эшкә урынлашҡан һәм ябығыу өсөн биоөҫтәмәләр һатыу менән мәшғүл. Уға кейәүе Вилдан Шәмсетдинов та ярҙам итә. Йәштәр һатҡан әйберҙәрен “функциональ туҡланыу” сараһы тип атай һәм Гөлназ йыш ҡына социаль селтәрҙәрҙә үҙе сауҙа иткән ризыҡ менән туҡланыуын күрһәтә.
Әйткәндәй, был компания менән уның бәйләнеше күптән билдәле, тик әлегәсә Гөлназ уны таратыу буйынса әүҙемлек күрһәтмәһә, пандемия осоронда тап ошо тауарҙы һатыу менән аҡса эшләргә тотонған. Гөлназ кейәүе менән Башҡортостан райондары буйлап йөрөй һәм үҙенә команда туплай.
Бығаса Асаева һәм уның кейәүе Вилли социаль селтәрҙә бик күп аҡса менән маҡтанғаны ла мәғлүм. “Хәләл көс менән тапҡан аҡсабыҙ”, - тип белдергәйне унда Гөлназ.
Йәштәрҙең ҡул ҡаушырып ултырмауы, аҡса эшләргә тырышыуы хуплауға лайыҡ, әлбиттә.
Шул уҡ ваҡытта, йәш йырсыларҙың шөғөлөн башҡа һыймаҫлыҡ тип тапҡандарға социаль селтәрҙә Гөлназ былай тип яуап биргән: “Һеҙ һуҙылып ятып беҙҙе тикшергәнсе, аҡса эшләй торабыҙ һәм премиялар алабыҙ. Аллаға шөкөр! Беҙ йәшәгән кеүек шәп тормошто барығыҙға ла теләйем”, - тип яҙған.
Фото геройҙарҙың шәхси сәхифәһенән
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: