Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Август 2020, 11:00

Яныбыҙҙа ҡоторған эттәр, һаҡ булығыҙ!

Ауыҙынан һеләгәйе туҡтауһыҙ аға, ҡойроғон ураған һайын болғай.

Сәфәр сыҡҡандар тамаҡ ялғау маҡсатында берәй кафеға килеп туҡтау менән йыш ҡына эттәрҙең эргәгә йүгереп килеп етеүенә, мөлдөрәп күҙгә төбәлеүенә иғтибар иткәне барҙыр. Эйе, дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ беҙҙән әпәйме, бүтән төрлө ашамлыҡмы өмөт итә.
Оло юл ситендәге, дөрөҫөрәге, Белорет районында урынлашҡан кафеларҙың береһендә туҡтала йәш ғаилә ҡапҡылап сығыу өсөн. Автомобилдән иң беренсе булып уларҙың улдары йүгереп сыға һәм үҙенә табан килгән аҡтүштең башынан һыйпамаҡсы итә... һәм уйламағанда эт бәләкәскә ташлана. Атаһының уяулығы ғына ҙур бәләнән ҡотҡара.
– Эттең ҡоторған булыуына шик юҡ, – тип аңлатма бирә таксист Альмир Вафин. – Әлеге кафе янында йыш туҡталам, тап ошо эт һуңғы көндәрҙә генә күренде. Уның тотошо тәүҙән үк сәйер тойолдо, юҡ-барға башҡа эттәр менән талаша, асыуы йөҙөнә сыҡҡан, кешеләрҙе күрһә, тештәрен ыржайтып ырылдай. Ауыҙынан һеләгәйе туҡтауһыҙ аға, ҡойроғон ураған һайын болғай.
Бармағы тешләнгән теге малайҙың атаһы һөйләүенсә, улдарына шул көндө үк укол яһатҡандар, анализ биргәндәр.
– Хәүеф аҙым һайын һағалай, – ти Фариза. – Кем уйлаған инде уның шулай булырын. Ата-әсәләргә кәңәшем шул – балаларығыҙҙы бер минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, һәр ваҡыт күҙ-ҡолаҡ булығыҙ. Беҙҙең хәлгә ҡалмағыҙ берүк.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Автор: Илдар Акьюлов
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yanibi-a-otor-an-ett-r--a-buli-i-406313/
Читайте нас: