Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Август 2020, 13:00

Әллә бәпәй көтәме?

Көтмәгәндә билдәле йырсы Гүзәл Уразованың тормошо бөтөнләй икенсе юлдан китмәксе...

Пандемия ипкене билдәле һәм талантлы сәхнә йондоҙон – Гүзәл Уразованы ла урап үтмәгән: концерттар булмаған осорҙа ул икенсе юлдар менән аҡса эшләргә мәжбүр.
Әлбиттә, Уразова Гөлназ Асаева ише райондар буйлап йөрөп, ябығыу препараттары һатмай. Гүзәлдең ҡоласы күпкә киңерәк: ул Ҡазан ҡалаһының абруйлы сауҙа үҙәгендә үҙ магазинын асҡан.
Ул хәҙер Корея компанияһы менән хеҙмәттәшлек итә һәм тирене яҡшырта торған косметика һата.
Уразова селтәрле бизнеста үҙен тәүгегә һынап ҡарай. Магазинды асҡанда артист күңел асыу программаһы ойошторған, ҡунаҡтарын һыйлаған.
Ул әүҙемдәрҙе үҙ командаһына ҡушылырға саҡыра. Әлбиттә, билдәле йырсының исеме күптәрҙе был бизнесҡа ылыҡтырыуы ихтимал.
Ул ғына түгел, эшҡыуарлыҡ сире йоҡһа, Гүзәл Уразова сәхнәнән тура бизнес даирәләренә күсеп китмәҫме?
Әйткәндәй, Гүзәлдең магазинын рекламалаған роликтарҙа күптәр йырсының ҡиәфәтенә ҡарап, уны ауырлы тип уйлаған, был турала комментарийҙар ҙа ҡалдырған. Хәйер, һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты – көтәйек, ваҡыты еткәс, уныһы ла асыҡланыр.
Фото: intertat.tatar
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/ll-b-p-y-k-t-me-406661/
Читайте нас: