Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Август 2020, 11:40

Карантиндың әйләнеп ҡайтыуы ла ихтимал...

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиле Мелита Вуйнович әйтеүенсә, әгәр ҙә кешеләр ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай икән, коронавирус арҡаһында илдә яңынан сикләү саралары индерелеүе ихтимал.

– Әгәр ҙә физик дистанция күҙәтелмәһә, зарарланыу осраҡтары артһа, бер генә юл ҡала – тыйыуҙар индереү, – тип белдергән ул башҡа илдәрҙәге хәлгә баһа биргәндә. Ысынлап та, коронавирус яңынан баш күтәрә башлаған илдәргә ҡайһы бер тыйыу саралары яңынан ҡайтарыла. Сикләүҙәрҙе ҡайтарыу ихтималлығы донъяла вирусҡа ҡаршы дарыу йәки вакцина уйлап табылғанға ҡәҙәр йәшәйәсәк, тип иҫәпләй ул. “Янғынды иртәрәк һүндерә башлау хәйерлерәк, вирустың ныҡлап таралыуын көтөргә ярамай”, – тиеүендә хаҡлыҡ бар, әлбиттә.

Ни өсөн Вуйнович беҙҙе ҡәтғи иҫкәртә? Сөнки беҙ көн дә сирлеләр артыуына ҡарамаҫтан, битлек кейеүҙе оноттоҡ, һаҡланмайбыҙ, дистанция һаҡламайбыҙ, ҡурҡыу, хәүефләнеү тойғоһон оноттоҡ. Эксперттар шуға хафалана ла инде.

Ә вирус беҙҙе ҡайҙа һағалай? Насар елләтелгән биналарҙа, халыҡ күп булған транспортта, учреждениеларҙа, магазиндарҙа... Шулай уҡ теш табибына күренгәндә һаҡланыу сараларын күҙәтергә кәрәк, тип иҫкәртә вирусологтар.

Фото: youtube.com
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас: