Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Август 2020, 12:40

Герой вариҫтары һынатмай

Данлыҡлы игенсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхиндың улдары аталарының юлын лайыҡлы дауам итә.

Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән төбәк булараҡ, Баймаҡ районы аграрийҙары урып-йыйыу кампанияһын уңышлы башлап ебәрҙе. Төбәктә тәүгеләрҙән булып Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, “Б.Ф. Миңлебаев”, “Тарасовтар”, “Рәшит Яхин” хужалыҡтары иген һәм техник культуралар сабыуға һәм урып-һуғыуға төштө.

Райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов белдереүенсә, әле район баҫыуҙарында 1285 гектарҙа бойҙай, 747-һендә һоло, 175 гектар майҙанда борсаҡ урып-йыйылған. Гектар ҡеүәте – яҡынса 8 центнер.

Ҡасандыр данлы игенселәр иле – “Йылайыр” иген фабрикаһын тәшкил иткән ялан зонаһы игенселәренең эше менән яҡындан танышыу маҡсатында райондың баш агрономы Нәжип Ишбулды улы менән ошо тарафтарға юл алдыҡ.

Республикала данлы үткәне, эшһөйәр халҡы, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙары, йөҙҙәрсә тонна иген үҫтереүе менән генә түгел, ошо төбәктә ауыл хужалығы тармағында яҡты эҙ ҡалдырған, күкрәктәрендә “Алтын Йондоҙ” балҡыған данлыҡлы игенселәр – Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Василий Солонин, Әғләм Нәҡиев һәм Риза Яхин кеүек ялан батырҙары менән дә киң танылыу тапҡан Йылайыр төбәге.

Социалистик Хеҙмәт Геройы, ике Ленин ордены кавалеры Риза Яхиндың улы Рәшит Яхин, атаһының юлын лайыҡлы дауам итеп, бөгөн районда танылған игенселәрҙең береһе, ысын ер хужаһы һәм крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе. 2008 йылдан фермерлыҡ эшен булдырған эшҡыуар бөгөн үҫемлекселек буйынса махсуслашҡан. Ул быйыл 658 гектар майҙанда иген культуралары сәскән, уның күбеһен йомшаҡ сортлы бойҙай тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа күп фермерҙар техник культуралар сәсеүгә өҫтөнлөк бирһә, Сосновка фермеры игенсе асылына хыянат итмәй, иген культуралары сәсеүен дауам итә. Һәм отолмай ҙа. Сөнки тап дала зонаһында ғына бойҙайҙың ҡаты һәм йомшаҡ сорттарынан юғары уңыш үҫтереп алырға мөмкин. Һатыуҙа ла уның хаҡы юғары.

– Көндәрҙең ике ай дауамында ҡоро һәм аяуһыҙ эҫе тороуына ҡарамаҫтан, уңыш ҡыуандырҙы. Мин башаҡтар бөтөнләй буш булыр тип көйгәйнем, әле, күреүегеҙсә, иген туҡ, бешкән. Ун гектар майҙандағы һоло баҫыуын йыйып алдыҡ, әле комбайндар бойҙай баҫыуына төштө. Гектар ҡеүәте лә яҡшы, быйылғы йылда урыны менән һигеҙ һәм ун центнер тәшкил итә. Әле генә Иршат улым беренсе уңышты Сибай ҡалаһының “СИТНО” элеваторына алып барҙы, тәүге 19 тонна иген тапшырылды, – тип ҡәнәғәт йылмая хужалыҡ етәксеһе Рәшит Риза улы.

Ысынлап та, елгә тулҡынланған иген баҫыуында дүрт иген “карабы” йөҙә. Комбайн штурвалы артында әңгәмәсемдең бер туған ҡустылары – Ришат һәм Илфат Яхиндар, Илшат Әхмәров, Рәлиф Ҡарамурзин. Иген ташыуҙа Рәшит Яхиндың улы Иршат менән апаһының улы Ғайса Ғәйетбаев ярҙамлаша. Әйткәндәй, 1977 йылда сыҡҡан, ҡасандыр Риза Яхин үҙе йөрөткән “Нива СК 5” комбайны бөгөн дә үҙ бурысын теүәл үтәй. “Атайым йөрөткән комбайн беҙгә үтә ҡәҙерле, шул уҡ ваҡытта уның һәр йыл урып-йыйыу кампанияһында тәүгеләрҙән булып бураҙнаға төшөүе символик мәғәнәгә эйә. Һәр беребеҙ атай йөрөткән иген “карабы”на ҡарап, ул ваҡыттарҙы хәтерләп алырға яратабыҙ. Икенсенән, совет осорондағы техниканың ҡеүәте лә шәп, запчасть табыуы ла еңелгә тура килә. Кәрәк икән, тиҙ арала бергәләшеп йүнәтеп тә ҡуябыҙ”, – ти әңгәмәсем.

(Башы 1-се биттә).

Булдыҡлы уңыр, булдыҡ­һыҙ туңыр, тиҙәр. Әммә бөгөн булдыҡлыға ла еңел­дән түгел. Мәҫәлән, яғыулыҡ-майлау материалдарының хаҡы бик юғары. Яҙғы сәсеү, көҙгө урып-йыйыуҙа ғына фер­мерҙарға байтаҡ сығым­дар түгергә тура килә. Ярай уңыш мул булып, сығымдар ҡап­ланһа... Күп осраҡта, бигерәк тә Урал аръяғы райондарында йыл һайын ҡа­бат­ланып килгән ҡоролоҡ ауыл хужалығы агра­рий­ҙарын һынап, үҙ эҙемтәһен һалмай ҡалмай. Быйыл да күп хужалыҡтарҙа көҙгө байлыҡ мул түгел. Икен­сенән, йыйып алынған уңышты ла тейешле хаҡҡа һатып буламы, юҡмы – уныһы ла ярайһы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе.

– Йәнә мине борсоған төп мәсьәләләрҙең береһе – ауыл хужалығы тармағына йәштәр­ҙең килмәүе. Оҙаҡ йылдар эшләгән меха­низаторҙарҙы, тәжрибәле белгестәрҙе кем алмаштырыр? Шулай уҡ техника һатып алыу буйынса ла хәл итәһе проблемалар юҡ түгел. Бөгөн күберәк сит илдә сығарылған техникаға ихтыяж ҙур, әммә уларға запчасть табыуы бигерәк ауыр. Булһа ла үтә ныҡ ҡиммәт. Шуға күрә үҙе­беҙҙә сыҡҡан техникаға өҫтөнлөк бирәм, кәрәк-яраҡ­тарын да Варна, Орск ҡала­ла­рынан барып алып ҡайтам. Ғөмүмән, уңдырышһыҙ туп­раҡ­ҡа алтын орлоҡ сәсһәң дә, унан юғары уңыш алып булмай. Бында һәр саҡ тәбиғәт шарттарының нисек килеүен дә оноторға ярамай. Шуға күрә мин күптәр кеүек яңылыҡҡа ынтылам, тик элекке тради­цияларға, атайым өйрәткән­дәренә хыянат итмәйем, ергә иғтибарлы булғанда ғына уңыш һөйөндөрә, бураларың тулы була, – ти тәжрибәле игенсе.

Ялан батырҙары аяҙ көн­дөң һәр минутын файҙала­нырға тырышып, алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Көнөнә ике тапҡыр ашатыу ойошторола, уны фермерҙың ҡатыны Миңзифа Мөрит ҡыҙы әҙерләп ебәрә. Рәшит Риза улы пайсыла­рының теләк­тәренә ҡарап бесәнләтә йәки ашлыҡлата йыл һайын тарата, эшсе­ләренә хеҙмәт хаҡы ваҡы­тында түләнә.

Орлоҡҡа һәм һатыуға әҙерләнгән игендең сифатын һаҡлау өсөн алдан барлыҡ хәстәрлектәр күрелгән. Орлоҡ­ҡа тип ҡалдырылған иген шул көйө келәткә тура оҙатыла, ырҙын табағында геройҙың йәнә бер улы – Рәшит Яхин­дың бер туған ҡустыһы Зөфәр эшләй. Бында ул баҫыу­ҙан килтерелгән ашлыҡты елгәреү, киптереү, орлоҡҡа бүлеү менән шөғөлләнә.

...Ҡасандыр 70-се йылдар башында башланғыс клас­тарҙа ғына уҡыған малайҙың атаһына төшкө аш килтереп, ул ял иткән ваҡытта комбайн штурвалы артына ултырып, артабан һәр йыл һайын уның менән бергәләшеп урып-йыйыуҙа ҡатнашҡан Рәшит Яхин бөгөн хеҙмәт геройы­ның лайыҡлы улы булыуы менән сикһеҙ ғорурлана. “Иген үҫтереүҙән башҡа бер ниндәй ҙә һөнәр белмәйем”, – тип әйткәнендә лә уның йөҙөндә ғорурлыҡ балҡый. Ауырмы фермер булыуы, тигән һорауыма, Рәшит Яхин һис уйлап тормаҫтан: “Еңелдән түгел”, – тип яуапланы. Әммә, тәбиғәтенә игенсе хеҙмәтенә мөхәббәт һәм ихтирам һалынған икән, ундайҙарға фермерлыҡ эше ят түгел, киреһенсә, яҡын һәм ҡәҙерле. Әйткәндәй, ғаиләһендә лә бәхетле ир-уҙаман. Тормош иптәше Миңзифа Мөрит ҡыҙы менән бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн хәстәрлекле олатай ҙа ул. Тормоштарына йәм һәм биҙәк өҫтәп Шакира исемле матур ейәнсәрҙәре үҫә.

Бар ғүмерен тыуған еренә, донъялағы иң изге һөнәр – икмәк үҫтереүгә арнаған, ҡа­сандыр гөрләп эшләгән Ленин орденлы “Йылайыр” совхо­зының ғына түгел, райондың ауыл хужалығы тармағына ҙур өлөш индергән, данлы иген­селәр династияһын лайыҡлы дауам иткән ысын ер кешеһе Рәшит Яхин ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын бил­дәләне. Алтмыш йәшлек ғүмер үренә баҫҡан ирҙең алты йәшенән атаһының алтын йондоҙонан балҡыған нур үҙе­нең дә тормош юлында, эшен­дә һәм күңелендә оҙаҡ йылдар сағыу балҡы­уын дауам итә һәм киләсәктә лә балҡыясаҡ. Бигерәк тә герой улдары берҙәм һәм бергә булғанда...

Баймаҡ районы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА
Читайте нас: